Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Июль 2019, 18:50

"Луизаның ире оятһыҙ икән!"

“Луиза һәм Марат” тип аталған мелодрама комедияға әйләнә башланы, буғай.

Шулай итеп, Марат Хәйруллин, ысынлап та, Мәскәүгә “Рәсәй 1” каналындағы тапшырыуға барған һәм халыҡтан “бурысҡа” аҡса һораған. Йыйылған аҡсаны ул кире “Россельхозбанк”ка ҡайтарып бирмәксе. Йәнәһе, был аҙым Луизаның срогын кәметергә ярҙам итәсәк.


Тик уға икенсе вариант тәҡдим иткәндәр. “Луиза Хәйруллина фонды” төркөмөндәге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Луизаның банк картаһы бар, уны адвокатҡа биргәндәр. Юрист ҡатындан ышаныс ҡағыҙы алмаҡсы.


– Эштең ысынбарлыҡта нисек булыуын асыҡлағас, йыйылған аҡсаны “Россельхозбанк”ка күсерәсәктәр. Әгәр тикшереү ваҡытында аҡса урланып, уның йәшерелеүе асыҡланһа, картаға килгән барлыҡ аҡса күсереүселәргә кире ҡайтарыласаҡ, – тиелә төркөмдә.


Әйткәндәй, был тапшырыу әле эфирға сыҡмаған, ул әҙерләнеү өҫтөндә. Тағы бер мәғлүмәт буйынса, Луиза Хәйруллинаның тарихына “Беренсе” каналдың “Пусть говорят” тапшырыуы ла бер сығарылыш әҙерләгән.


"Марат оятһыҙ икән!" - тип фекерен белдерә күптәр әлеге мәғлүмәткә. Яңғыратты был икәү республикабыҙҙы бөтә илгә...Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: