Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Июль 2019, 16:21

Ҡыҙыу бесән осоро башланды

Тормош шулай ҡоролған, «Санаңды йәй, арбаңды - ҡыш әҙерлә» тигән мәҡәлде барыбыҙ ҙа һәйбәт белә. Шуға күрә ауыл халҡы ошо көндәрҙә киләһе ҡышҡы осорға әҙерләнеү менән шөғөлләнә, атап әйткәндә, бесән саба, сөнки ҡышын мал аҙығы менән проблема булырға тейеш түгел.

Быйыл һауа торошо бик үҙгәреүсән: көслө яуған ямғырҙар һалҡын көндәр менән алмашына, артабан эҫе ҡояш нурҙары ҡыҙҙырып ала. Бындай тотороҡһоҙ һауа шарттары мал аҙығы әҙерләүселәрҙән тиҙ һәм аныҡ планлаштырылған эш талап итә. Уҙған йома көндө беҙ барған «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәте баҫыуҙарында механизаторҙар дәррәү тырышып эшләй ине.

Хужалыҡта хеҙмәтсәндәр ҡыҙыу бесән әҙерләү эшенә үлән өлгөрөү менән тотонған. Бында күп йыллыҡ үләндәр 570 гектар майҙан биләй. Шуларҙың яртыһынан күбеһе - 300 гектары сабылған да инде.

Эште 150 гектар майҙанды биләгән люцерна баҫыуынан башлағандар. Йәш механизатор Евгений Триханов бесән әҙерләү кампанияһының беренсе көнөнән үк баш-көллө эшкә сумған, уға бесән сабыу кеүек бик яуаплы эште ышанып тапшырғандар. Евгений уны һәйбәт башҡара. Беренсе баҫыуҙы сабып бөтөү менән, шунда уҡ икенсеһенә, артабан өсөнсөһөнә төшә. Бесән яҫмалары кипкәс, яланға ике пресс-йыйғыс сыҡҡан, уларға Игорь Васильев менән Наил Дилмөхәмәтов идара итә. Улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бесәнде рулондарға төргән - яҫмалар яңыраҡ яуып үткән ямғырҙан һуң еүешләнеп өлгөрмәгән.

- Ағымдағы йылда айырыуса бер нимә менән дә маҡтанып булмай - үлән бик ҡалын түгел, әммә беҙ мал аҙығы запасын тулыландырырға тырышабыҙ. Әгәр әле берҙәм эшләһәк, ҡышын малдар ас булмаҫ, - тип билдәләне хеҙмәтсәндәр.

5 июлгә ҡарата бында 1500 рулон бесән әҙерләнгән. Уларҙың яртыһын һаҡлау өсөн тейешле урынға илткәндәр ҙә. Александр Триханов МТЗ тракторында бесән ташый.

Эштәр баҫыуҙа ғына ҡайнамай. Ошо июль көндәрендә сәсеү эштәре лә алып барыла. «Һуң түгелме?» - тип һорарһығыҙ һеҙ. «Иң уңайлы ваҡыт, - тип яуап бирә беҙгә хужалыҡтың баш агрономы Альберт Мөхәмәтов. - Күп йыллыҡ үлән, атап әйткәндә, люцерна сәсәбеҙ. Беренсе шытымдар көҙгә тиклем сығырға, ә ҡышҡа тиклем улар нығынып өлгөрөргә тейеш. Ә элегерәк сәселгән люцерна баҫыуын бесәнде сабып бөткәс һөрәсәкбеҙ».

Сәсеү эштәренә дүрт агрегат йәлеп ителгән. Валерий Никифоров культивация менән шөғөлләнә:

- Хужалыҡта күптән эшләйем, һуңғы һигеҙ йылда Т-150 тракторына идара итәм, - тип үҙе тураһында ҡыҫҡа ғына һөйләне лә, кабинаһына ашыҡты ул. - Һәр минут ҡәҙерле, үпкәләмәгеҙ.

Шул уҡ ваҡытта бында алдағы урып-йыйыу кампанияһына әҙерләнәләр. Ашлыҡ һаҡлау өсөн складтар һәм биналар таҙартылған, ағартылған, ЗАВтар ремонтлана. Өс комбайн ураҡ башланыуын көтә, уларҙа һәр эште ышанып тапшырырлыҡ тырыш, тәжрибәле механизаторҙар эшләйәсәк. Фаягөл ЙОСОПОВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: