Ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар Күндерәк йылғаһы ярында, хозур тәбиғәтле яланда йыйылды. Иртә менән бында музыка, халыҡ йырҙары яңғыраны. Байрамға балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә килде. Күптәрҙе сағыу милли костюмдарҙа күреү һөйөнөслө ине. Ҡайһы бер оҫтабикәләр үҙҙәре менән матур ҡул эштәре лә алып килгәйне.
Сарала Мәскәү ҡалаһынан «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор коллективының ҡатнашыуын да билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Уның етәксеһе Гөлсинә Батыршина (сығышы менән ул Һарайҫа ауылынан) социаль селтәрҙә байрамдан тәьҫораттары менән уртаҡлашты: « Беҙгә беренсе тапҡыр тыуған еребеҙҙә, яҡташтарым ойошторған боронғо «Кәкүк сәйе» йолаһында ҡатнашырға тура килде. Шау-шыулы Мәскәүҙән һуң ожмахҡа эләккәндәй булдыҡ: ул - сихри болон, хуш сәскә - еләк еҫтәре, ҡоштар һайрауы, ул - ауылдаштарымдың асыҡлығы, һәйбәтлеге, йыр-моңдары, милли һыйҙары!... Барыһы ла матур төштәге һымаҡ ҡына ҡалды... Байрамды ойоштороусылар - Әнисә һәм Хөрмәт Зөбәйеровтарға, дуҫ-иштәргә, апай-ағайҙарға һәм унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдергем килә».
Халыҡ байрамы бөтәһенең дә күңеленә хуш килде, йыйылыусылар тәбиғәткә мөрәжәғәт итеп төрлө теләктәр, муллыҡ һәм именлек теләне. Үҙ хәбәрсебеҙ. Фотолар социаль селтәрҙәрҙән алынды.