Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Июль 2019, 17:02

Луизаның миллиондары табылды. Хәлдәр мөшкөл...

Луиза тотолғандан һуң халыҡты һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен иң борсоған һорауҙарҙың береһе шул ине: аҡса ҡайҙа? Был йәһәттән интернетта тағы тауыш ҡупты. Күптәр Луизаға уның ҡайҙалығын әйтмәҫкә кәңәш итте, нығыраҡ йәшереүен һораны.

Әммә... Ошо көндәрҙә аҡса табылды. Дөрөҫөрәге, уларҙың юҡлығы асыҡланды. 23 миллион һумдан ашыу аҡса ҡайҙа киткән тиһегеҙме? Баҡтиһәң, уны ҡатындың ире Марат ҡомарлы уйындар уйнап, отолоп, әллә ҡасан бурыс итеп биреп бөткән...


Бына быныһы бигерәк күңелһеҙ. Халыҡ Луизаның был ҡылығын ниндәйҙер романтикаға солғағайны бит. Матур тормош тураһында хыялланғандыр, балаларының киләсәген ҡайғырталыр тиеүселәр ҙә бар ине. Ә бына ҡалай килеп сыҡты барыһы ла.


Хәбәр ителеүенсә, ир оҙаҡламай Мәскәү ҡалаһына билдәле федераль тапшырыуға барырға йыйына икән. Ни өсөн тиһегеҙме? Халыҡтан аҡса йыйырға. Йәнәһе, был аҡсаны банкка ҡайтарып, ҡатынының төрмә срогын кәметә... Әллә инде, ундай маҡсатҡа халыҡ аҡса йыйырмы икән?


Йәнә һорауҙар арта. Аҡса баштан уҡ бурыс түләүгә китеп бөткәс, йәшенеп ятыуҙан ни фәтүә булды икән? Нимәгә өмөтләнгән улар? Ни өсөн Луиза балалары мәнфәғәтен уйламай, ире өсөн бындай енәйәти аҙымға барған?


Әле Хәйруллина Өфөләге СИЗО-ның яңғыҙ камераһында ултыра. Азамат Ғәлин белдереүенсә, ул үҙен яҡшы тоя һәм артыҡ төшөнкөлөккә бирелмәгән кеүек. Шуныһы ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы: ире – иректә, балаларҙы ваҡытлыса опекаға Луизаның атаһы алған.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА."Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: