Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Июль 2019, 16:24

Еңеү паркында өмә

Район үҙәгенең хеҙмәт коллективтары вәкилдәре бер командаға берләшеп, уҙған йома көндө шәмбе өмәһенә сыҡты. Ул Еңеү паркында булды.

Ҡулдарына кәрәкле эш ҡоралдары алып, шәмбе өмәһендә ҡатнашыусылар эшкә тотондо. Был көндө район хакимиәте, ауыл Советы, райветстанция, Милек менән идаралыҡ итеү комитеты, тармаҡ-ара колледжы, «Стәрлебаш «Торлаҡ-коммуналь сервис» муниципаль унитар предприятиеһы, элемтә узелы, подстанция, редакция, Пенсия фонды, район мәғариф бүлеге вәкилдәре һөҙөмтәле эшләне. Улар парк территорияһын йыйыштырыу буйынса ҙур эш башҡарҙы: ағас төбөнән сыҡҡан үҫентеләрҙе киҫте, бейек үләндәрҙе сапты, сүп-сар йыйыштырҙы һәм сығарып түкте. Еңеү паркын төҙөкләндереү буйынса эштәр йәй буйына алып барыласаҡ.

Шәмбе өмәһе һөҙөмтәле үтте - бер-нисә сәғәт эсендә парк күҙгә күренеп матурланды. Был көндө ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт, бында һәр ваҡыт таҙа һәм тәртип булһын.Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: