Журналистар менән аралашҡанда ҡатындың атаһы ла, бер ниндәй ҙә шылтыратыу булманы, тине.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡтарҙың мәғлүмәтенә ҡарағанда, Луиза үҙен үҙе тотторған. Баҡһаң, ул үҙенең телефонын тоҡандырып, хәбәрҙәрҙе тикшергән икән. Ә тәфтишселәр ул ҙур сумма аҡса менән юғалғас та телефонын “күҙәтеү”гә ҡуйған булған. Дөрөҫөн әйткәндә, улар был ғамәлдең һөҙөмтә биреренә ышанмаған да.
Ошо юл менән Луизаның ҡайҙалығын 20 июнь үк асыҡлағандар һәм ситтән күҙәткәндәр. Ҡулға алыу ни бары 4 июлдә булды. Улар тотолған фатирҙы биш көнгә ҡуртымға алған, хужабикәгә, Ҡазан аквапаркын күрергә килдек, тигәндәр.
Шул тиклем ваҡыт йәшенеп ята алғас, ни эшләп телефонын тоҡандырғандыр? Аңлашылмай... Уның күҙәтеү аҫтында булыуы көн кеүек асыҡ бит."Башҡортостан" гәзитенән.