Үткән аҙнала улар Ғафури районындағы йәмле Аҡ күл эргәһенә осрашыуға йыйылды. Төрлө сәбәптәр арҡаһында йыйылыусылар күп булманы, әммә уларҙың иҫкә алырҙай студент йылдарындағы күңелле ваҡиғалары бихисап ине. Осрашыуҙы ойоштороусы курсташтарыбыҙ Гүзәл һәм Ришат Арыҫлановтарға ҙур рәхмәтлебеҙ.