Көндөҙ кешеләр уның шәрә килеш район үҙәгенә ҡарай юлланыуын күрә. Уны кире боролорға, өйөнә ҡайтырға күндерәләр. Иҫерек егет бысаҡ менән яҡындарына ташлана. Алған яраларҙан егеттең әсәһе (53 йәш), атаһы (59 йәш) һәм бер туған ағаһы (30 йәш) шул урында йән бирә.