Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Июль 2019, 10:49

ТОТҠАНДАР, ТИҘӘР...

20 миллиондан ашыу аҡса урлап ҡасҡан Луиза Хәйруллина тотолған, тиҙәр.

Айҙан ашыу барған эштең, ниһайәт, аҙағына еттек. Рәсәй Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Луиза һәм уның ғаиләһен Ҡазанда ҡулға алғандар. Улар сит илдә лә түгел, төпкөл ауылда ла түгел, ә күрше Ҡазанға! Ҡуртымға фатир алыр, дүртәүләшеп йәшәп ятҡандар. Әлегә уларҙы нисек тапҡандары билдәһеҙ, урланған аҡсаны тотонғандармы-юҡмы икәне лә асыҡ түгел. Ентеклерәк мәғлүмәт һуңғараҡ буласаҡ.

- Берҙәм оператив-эҙләү саралары һөҙөмтәһендә Хәйруллиндарҙың Ҡазанда йәшенгәне билдәле булды. Улар түләп йәшәгән фатирҙарҙың береһендә ҡулға алынды. Әле тейешле оператив-тикшереү саралары бара. Урланған аҡсаның урыны билдәләнә”, - тип хәбәр итәләр Рәсәй Эске эштәр министрлығынан.
Читайте нас: