Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Июль 2019, 17:06

Матур байрам көтә: ғаилә менән килегеҙ!

8 июлдә, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, Өфөлә “Ғаилә бәхете” тигән фестиваль үтәсәк.

Сараны Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамы менән “Башҡортостандың күп балалы ғаиләләре берләшмәһе” төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Башҡортостан эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы ойоштора.


Фестиваль ҡунаҡтарын бай программа көтә: “Оҫталар ҡалаһы” ижади конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре, Алла Кузьмина менән “ТелеӘкиәт”, велошоу һәм балалар велотриалы, “Атай барыһын да эшләй ала” тигән барбекю-баттл һәм шеф-поварҙарҙан кулинария дәрестәре.

Шулай уҡ концерт буласаҡ, унда балалар һәм йәштәр коллективтары сығыш яһаясаҡ. Балаларҙың мода күрһәтеүе, дефиле буйынса оҫталыҡ дәресе лә буласаҡ.


Байрамды күрергә теләүселәрҙе Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда киске сәғәт 5-тә көтәләр.

"Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас в