Шулай итеп, уларҙы полиция хеҙмәткәрҙәре ФСБ вәкилдәре менән бергә Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда, ҡуртымға алынған фатирҙан барып таба. Фатирҙа улар дүртеһе бергә – Луиза, ире Марат һәм ике ҡыҙы була. Урында юғалған миллиондарҙы тапмайҙар. Аҡсаның ҡайҙалығын Луиза әйтмәй икән. Әлеге мәлдә тәфтишселәр унан һорау ала.
Бынан тыш, Луизаның ире Маратҡа ҡарата ла енәйәт эше ҡуҙғатыуҙары ихтимал. Ул енәйәттә ҡатнашыусы булараҡ бара. Ә ҡатындың үҙенә ҡарата енәйәт эше әллә ҡасан асылды, суд уны ҡулға алынмаған килеш үк һаҡ аҫтына алғайны.
Әйткәндәй, ҡулға алыу менән бәйле барлыҡ процедуралар тамамланғас, Хәйруллиндарҙың ике бәлиғ булмаған балаһын туғандарына тапшырасаҡтар."Башҡортостан" гәзитенән