Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Июль 2019, 10:00

Ғүмерҙәрен ҡорбан итеп...

Рәсәйҙә – фажиғә: һыу аҫты моряктары һәләк булды. Тәүҙә был хәл тураһында күп нимә билдәле түгел ине. Бөгөн иһә илдең Оборона министры Сергей Шойгу бер ни тиклем мәғлүмәт бирҙе.

“Бик ауыр мәлдә беҙҙең моряктар геройҙарса эш иткән. Ут ялмап алған отсектан тәү сиратта хәрби булмаған сәнәғәт вәкилен ҡотҡарған улар. Уны хәүефле урындан сығарғандар һәм, янғын бар һыу аҫты аппаратына таралмаһын өсөн, артынан люкты япҡандар. Үҙҙәре иң аҙаҡҡа тиклем кораблде һаҡлап ҡалыу өсөн тырышҡан. Ғүмерҙәрен ҡорбан итеп, ауыр бурысты үтәне улар – янғынды туҡтатып, иптәштәрен һәм аппаратты ҡотҡарҙылар”, – тине Шойгу.


Һәләк булғандарҙың етәүһе – беренсе, өсәүһе икенсе ранг капитандары булған. Икәүһе – Рәсәй Геройҙары. Үлгән бар офицерҙар ҙа дәүләт наградаларына тәҡдим ителәсәк. Сергей Шойгу белдереүенсә, уларҙың бөтәһе лә юғары класлы хәрби белгестәр, профессионалдар булған. Ерҙең гидросфераһын өйрәнеү буйынса мөһим тикшеренеүҙәр үткәргәндәр. Оборона министрлығы моряктарҙың ғаиләләренә барлыҡ кәрәкле ярҙамды күрһәтәсәк.



Читайте нас: