“Әле беҙ брендлы кейем-һалым һәм башҡа әйберҙәр сығарабыҙ. Көҙгә ресторандар асырға уйлайбыҙ. Тыңлаусылар менән аралашабыҙ, күҙәтәбеҙ. Кәрәкле нәмәләр етештереп, уларға тағы ла яҡыныраҡ булырға тырышабыҙ. Пландар күп, эшләргә генә кәрәк”, – тип белдерҙе йырсы.