– Әлбиттә, тик билеттың тейешенсә тултырылыуы фарыз. Унда айлыҡ килем генә түгел, уларҙан түләнгән иғәнәләр ҙә мотлаҡ күрһәтелергә тейеш. Ошондай хәл-шарттар Рәсәй Хеҙмәт министрлығының 2001 йылдың 27 ноябрендәге “Эш биреүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы тураһындағы беренсел документтарҙы юғалтҡан осраҡта, пенсия билдәләү өсөн уртаса айлыҡ эш хаҡын билдәләүҙең ҡайһы бер мәсьәләләре тураһында”ғы хатында телгә алына, – тип яуап бирҙе “Российская газета”ның юрисы. – Унда зыян килтереүсене асыҡлау мөмкинлеге булмаһа (һыу баҫыу, ер тетрәү, дауыл сығыу осраҡтарында), пенсия тәьминәтен тормошҡа ашырған органдар аныҡ предприятиела хеҙмәткәрҙең аныҡ эш хаҡын ситләтеп булһа ла раҫлаған документтарҙы ҡабул итә ала, тип билдәләнә. Бындай документтарға партия, профсоюз, комсомол ағзаларының иҫәп-хисап карточкалары һәм билеттары, хеҙмәткә түләүҙең беренсел документтарын тултырыуға ҡуйылған талаптарҙы үтәп тултырылған иҫәп-хисап кенәгәләре, хеҙмәткәрҙең эш хаҡын асыҡлау мөмкинлеген биргән фармандар һәм башҡа эш ҡағыҙҙары инә.