Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Июль 2019, 13:00

Хәрбиҙәр икмәк бешерә

Үҙәк хәрби округы хәрби хеҙмәткәрҙәре Иркутск өлкәһенең Тулун ҡалаһында һыу баҫҡан биләмәләрҙә зыян күргәндәргә ярҙам итә.

Әле ун автоцистернала эсәр һыу ташыла. Бынан тыш, халыҡты техник һыу менән тәьмин итеү өсөн автомобилдәр колоннаһы килгән. "Киләсәктә төркөмдәрҙе лә, таҙатыу станцияларын да арттырасаҡбыҙ", – ти Үҙәк хәрби округы командующийы генерал-полковник Алексей Лапин.


Ҡаланың 20-нән ашыу урынында эсәр һыу таратыла. Быға тиклем ике икмәк бешереү заводы тәүлегенә алты тонна аҙыҡ етештерһә, хәрбиҙәр белдереүенсә, әле тағы берәүҙе алып килгәндәр.


Читайте нас: