Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Июль 2019, 10:54

25 процентлыҡ өҫтәмәгә кем хоҡуҡлы?

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы хаҡлы ялға сыҡҡас пенсияһына 25 процентлыҡ өҫтәмә алырға хоҡуҡлы ауыл һөнәр эйәләре исемлеген арттырырға тәҡдим итте. Хөкүмәт ҡарары проекты норматив хоҡуҡ акттары порталында урынлаштырылған.

Исемлеккә үҫемлекселек, малсылыҡ һәм балыҡсылыҡ өлкәһендәге һөнәрҙәрҙе генә түгел, шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһын, етештереү ҡорамалдарын, ауыл хужалығы объекттарын хеҙмәтләндереү, йүнәтеү, һаҡлау буйынса эш башҡарыусыларҙы, начальник, инженер, келәт мөдире, техниктарҙы ла индереү күҙаллана. Бынан тыш, унда кладовщик, ярҙамсы эшсе, ҡарауылсы, сүкешсе, кочегар кеүек профессияларҙың индерелеүе ихтимал.


Әлегә тиклем министрлыҡ инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуҙы дәртләндергән закон проектын тәҡдим иткәйне. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эшкә алмаған предприятиеларға компенсация түләү бурысын йөкмәтеүҙәре бар.
Читайте нас: