Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Июль 2019, 14:11

Бабич ҡайтты!

1924 йылдың 25 февралендә Башнаркомпростың уҡытыу-тәрбиә биреү комиссияһы Өфөнөң Оло Ильинская урамын Шәйехзада Бабич исеме менән атау хаҡында ҡарар ҡабул итә.

Ул урам хәҙер шағирҙың фекерҙәше, Башҡортостан автономияһы атаһы Зәки Вәлидиҙең исемен йөрөтә. Бер быуатҡа яҡын ваҡыт көттөк беҙ был көндө: ниһайәт, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Өфөлә бөйөк башҡорт шағиры, дәүләт эшмәкәре, музыкант, телмәр оҫтаһы Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды!


Алдан хәбәр ителгәнсә, алты метр­ҙан бейегерәк бронза һын Телеүҙәк алдында урын алды.

Сарала ҡатнашҡан һәм һәйкәлде асҡан Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров былай тине:


– Шағирҙың һыны “Торатау” конгресс-холы алдында Башҡортостан һәм бөтә донъя халҡы менән осраша. Республиканың күп милләтле халҡын ул яҡшы эштәргә ил­һамландырып торасаҡ. Бөгөн мин Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы ҡунаҡтарын туған төйәгебеҙ­ҙе нығытыуға мөһим аҙымдар яһауҙа берләшергә саҡырҙым. Тап шундай Баш­ҡортостан өсөн үҙ Ватанының тоғро улы, азатлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек йырсыһы Шәйех­зада Бабич ғүмерен биргән.


Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева, быуаттар аша үтеп, Бабичев фамилияһы һаҡ­ланып килгән икән, ул халыҡтың һәр дәүер милләте шәхестәренә, уларҙың фиҙакәрлегенә тоғролоғо хаҡында һөйләй, тине.


Һәйкәлдең авторы Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук:


– Һәр ижади эше рәссамдың күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра. Минең өсөн шул дәүерҙең, шәхестең образын һынландырыу мөһим. Шә­йехзада Бабич менән дә шулай булды. Әлбиттә, уның фажиғәле яҙ­мышына битараф булыу мөмкин түгел. Ул – халыҡ инаныстары өсөн үҙ ғүмерен һалған йәш кенә шағир, һәм уны барыһы ла хәтерләргә һәм уның менән ғорурланырға тейеш! – тине.


Башҡорт милләте, Башҡортостан халҡы, хәтер һандығыңа яҙып ҡуй, йөрәгеңдә йөрөткән шәхес тап 28 июнь көнө һынлы сәнғәт образында мәркәзебеҙгә әйләнеп ҡайтты. Төклө аяғың менән, Шәйехзада шағир!


О! Шағирым!

Милләтемдең йәне!

Ҡабат ҡайттың илгә терелеп!

Йәншишмәнең тере тамсыһы һин!

Урал батыр рухы иң элек!


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.
Читайте нас: