– Байрамдарҙы бергә билдәләйбеҙ, йолаларға тоғролоҡ һаҡлайбыҙ. Үҙ-ара аралашыу сит ерҙә һағыныу хистәрен баҫырға, милли асылыбыҙҙы юғалтмаҫҡа булышлыҡ итә. Ҡоролтайға ашҡынып, тыуған яҡтарҙы һағынып ҡайтып төштөм. Ҙур йыйындың тарихи ваҡиғалар менән үрелеп барыуы, мәҫәлән, бөйөк Бабичҡа һәйкәл асыу тантанаһының шаһиты булыуыбыҙ – иҫ киткес ҙур шатлыҡ, – тине Римма Абдулла ҡыҙы.