Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Июнь 2019, 17:19

Латвия башҡорттары ни хәлдә?

Латвияла дүрт тиҫтә йылдан ашыу йәшәгән Зимфир Кәлимуллин сығышы менән Ишембай районының Көҙән ауылынан. Рига граждандар авиацияһы инженерҙары институтын тамамлағас, башҡорт егете Латвияла төпләнгән.

Ул – урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе, тыуған яғы менән даими бәйләнештә тора, йыл һайын Күмертау ҡалаһында йәшәгән ата-әсәһе янына ҡайтып йөрөй.


– Ҡоролтайҙа өсөнсө тапҡыр ҡатнашам. Минең өсөн был бик әһәмиәтле, мөһим сара. Ҡайтҡас, Латвияла көн иткән яҡташтарыма Башҡортостан яңылыҡтарын, милләттәштәребеҙҙе борсоған проблемаларҙы еткерәсәкмен. Ҡыҙым Виктория Германияла йәшәй, телдәр өйрәнә, шул иҫәптән башҡорт телен дә. Сит ерҙә яҡташ милләттәштәр менән аралашып йәшәү күңелде йылыта, йыуаныс бирә, – ти Зимфир Кәлимуллин.

Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
Читайте нас: