Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Июнь 2019, 17:11

"Башҡорт теле миңә яңы юлдар асты"

Башҡорт телен хатта күп башҡорттарға ҡарағанда ла яҡшы белгән Вячеслав Чернев халҡыбыҙға яҡшы таныш.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ул да ҡатнашты.


“Башҡорт телен белеүем менән бәхетлемен: ул тормошомда яңы юлдар, мөмкинлектәр асты”, – ти ул.


Ырымбур егете телде белеү – әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙең төп нигеҙе тигән хәҡиҡәткә таянып эш итә. Республикабыҙҙа ошо маҡсатта яңы алымдар, йүнәлештәр индерелеүен ихлас хуплай. Үҙе, белеүебеҙсә, башҡорт телен донъя кимәленә сығарыу йәһәтенән эш башлаған егет ул. Афарин, Вячеслав!

Автор: А. НИЗАМОВА.
Читайте нас: