Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Июнь 2019, 20:14

Урындағы проблемаларҙан башлайыҡ

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының демография һәм һаулыҡ һаҡлау секцияһы эшендә милләтебеҙҙең билдәле шәхестәре менән бер рәттән төрлө райондарҙан килгән вәкилдәр ҙә ҡатнаша.

Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләрен күтәргәндә, Әбйәлил районының Хәмит ауылынан Фирүзә Ғәҙелшина ла фекерен әйтте:


– Ауылыбыҙҙың тирә-яғы урман, мәгәр ҡануниәт үҙенсәлектәре буйынса урындағы халыҡ унан асылда файҙалана алмай. Медпункт та емерек хәлдә. Йәштәр ситкә китә, эш юҡ.

Ауылдарға иғтибар арттырмай тороп, ҙурырыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеп булмай, минеңсә. Йәмәғәтселек беҙҙең төбәккә иғтибар итһен ине, – тине.
Читайте нас: