Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Июнь 2019, 20:31

Туҡланыу ҙа милләттең үҙенсәлеген билдәләй

Ҡоролтайҙың демография һәм һаулыҡ һаҡлау секцияһында медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Тәлғәт Рәхимйән улы Зөлҡәрнәев тә ҡатнашты.

Ул башҡорт халҡының туҡланыу үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, файҙалы милли ризыҡтарҙы ҡулланыу кимәле түбәнлекте билдәләне ул.


– Һәр халыҡтың аш-һыуға үҙ ҡарашы. Быға кешеләрҙең йәшәү рәүеше, йолалар йоғонто яһай. Башҡорттар ярымкүсмә тормош алып барған, шуға ла тулы рационлы, төплө туҡланыу талап ителгән. Ит, һөт аҙыҡтарына өҫтөнлөк бирелгән, – тине ғалим.


Сарала ҡатнашыусылар милли ризыҡтарҙы популярлаштырыу йәһәтенән эште фәҡәт үҙебеҙҙән башларға, сәнәғәт кимәленә сығарыуҙы көтөп ултырмаҫҡа кәңәш итте.


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА.
Читайте нас в