Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Июнь 2019, 16:41

Машина һатып алып ҡал!

1 июлдән Рәсәйҙә етештерелгән машиналарҙың күпләп һатылыуын тәьмин итер өсөн төрлө программалар эшләй башлаясаҡ.

Был ташламаларҙан күп балалы ғаиләләр, эшҡыуарҙар һәм беренсе тапҡыр автомобиль һатып алыусылар файҙалана аласаҡ.


Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә 10 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Был хаҡта ил Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев белдергән. Һөҙөмтәлә яҡынса 75 миллиард һумлыҡ еңел машина һатылыр тип күҙаллана.


Быйыл йыл башынан ошо уҡ программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 10,4 миллиард һум аҡса тотонолған.


Автор: А. ӘХМӘТОВА. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: