Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Июнь 2019, 20:23

Игорь Баринов: “Башҡортостандың Рәсәйҙең төп терәге булыуының нигеҙе – милләт-ара дуҫлыҡта”

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында Милли эштәр буйынса Федератив агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов та сығыш яһаны.

Ул Башҡортостандың элек-электән күп милләтле ғаилә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.


Игорь Баринов шулай уҡ башҡорттарҙың Тыуған ил яҙмышы ҡыл өҫтөндә булған саҡта уны һаҡлап дәррәү яуға күтәрелеүе хаҡында ла һөйләп үтте.


Бынан тыш, етәксе Башҡортостандың Рәсәйҙең төп терәге булып тороуы нигеҙендә милләт-ара дуҫлыҡ ятыуын иғтибарға алды.


"Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алда миллилеккә ҡағылышлы күп кенә киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш", - тине ул һәм сығышы һуңында барыһының эштәре республикабыҙҙың яҡты мәнфәғәтенә арналыуға ышаныс белдерҙе.


Автор: Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: