+11 °С
Болотло
«Бөгөн беҙҙең алда бик күп бурыстар тора, — тине үҙенең сәләмләү телмәрендә Данир Ғәйнуллин. — Балаларҙы туған телдә уҡытыу — башҡорт халҡы өсөн фундаменталь проблемаларҙың береһе. Башҡорт теле цифрлы мөхиткә тулыһынса күсеп бөтмәгән әле. Республикала туған мәҙәниәтебеҙҙе күтәргән, ҡала башҡорттарын да ҡыҙыҡһындыра алған яңы милли контент булдырыуҙың ыңғай миҫалдары бар. 20 йыллыҡ торғонлоҡтан һуң башҡорт кинематографы терелә башланы. Профессиональ сәнғәт һәм халыҡ ижады хәҙер бик юғары кимәлдә. Башҡорт этномузыкаһы популярлыҡ яулай бара. Һуңғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, республикала башҡорттарҙың 59,3 проценттан ашыуы ауылда йәшәй. Ә бөгөн ауылдар күп ауырлыҡтар кисерә — эш урындары юҡ, тыуым кәмей, мәктәптәр һәм медицина учреждениелары ябыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты үҙенең алдына юғарыла әйтеп үтелгән проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү маҡсатын ҡуя».