Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Июнь 2019, 17:43

Стивен Сигал ниңә килгән?

Республика етәксеһе әйтеүенсә, танылған Голливуд актеры Башҡортостанға байрамды күрергә генә килмәгән. Радий Хәбиров 90-сы йылдарҙағы боевиктар йондоҙо Стивен Сигалдың республикабыҙға килеүенә аңлатма бирҙе.

– Әлбиттә, барыһы ла уны Голливуд фильмдары буйынса хәтерләй, әммә әле ул актер ғына түгел. Спорт донъяһында, шул иҫәптән көрәш буйынса ҙур абруй яулаған шәхес. Беҙ уның менән ошо йүнәлеште үҫтереү мәсьәләһен, көрәш һарайы асыу идеяһын да тикшерәбеҙ. Ул – Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус вәкиле. Илебеҙҙең төрлө тарафтарын күреү уға бик ҡыҙыҡ. Стивен Сигал республикабыҙҙа ҙур агро­сәнәғәт бизнесын ойоштороуҙы ла күҙ уңында тотҡан инвесторҙар (шул иҫәптән АҠШ инвесторҙары) иҫәбенә инә, — тип яҙған төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: