«Унан тыш, Өфөлә, мәҫәлән, яңы сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, һабантуй көнөндә Ҡала көнө һәм «Евразия йөрәге» фестивале киң ҡолас менән үтте, — тип яҙҙы Константин Толкачев «Фейсбук»тағы сәхифәһендә. — Республика халҡы яңы норманы ыңғай ҡабул итте. Ул хәүефһеҙлектә яҡшы сағылыш тапты. Һабантуй көндәрендә ниндәйҙер хәл-ваҡиғалар, йәмәғәт тәртибен боҙоуҙар теркәлмәне. Бәлки, ошо тәжрибәне күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы башҡа байрамдарға, шул уҡ ҡалалар һәм ауылдар көндәренә таратыу тураһында ла уйларбыҙ».
Дәүләт Йыйылышы рәйесе 27 июнь – Йәштәр көнө лә хәмерһеҙ үтәсәген иҫкә төшөрҙө. Башҡортостанда шулай уҡ Белем көнөндә, Һуңғы ҡыңғырау байрамында һәм көн һайын киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.