Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Июнь 2019, 17:40

“Боҙомдо бөтөрмәһәң, балаң үләсәк...”

Өфөлә йәшәгән ҡатындың балаһы сирле була. Табиптарға күп йөрөйҙәр, әммә аныҡ ҡына диагноз ҡуя алмайҙар.

Аптыраған ҡатын күрәҙәселәр, бағымсыларҙан ярҙам эҙләй башлай. Һәм таба... үҙ башына.


“Белгес” менән әсә май айында таныша. Ул илай-илай хәлен һөйләп бирә һәм ярҙам һорай. Бағымсы ярҙам итергә вәғәҙә бирә. Бер нисә көндән улар йәнә осраша. Бағымсылар икәү була. Сабыйҙы “тикшереп” сыҡҡандан һуң, бик мөһим ритуал үткәрергә кәрәклеген әйтәләр. Ул эшләнмәһә – бала яҡын арала боҙомдан вафат буласаҡ тип тә өҫтәйҙәр. Ҡото осҡан әсә уларға аҡса, алтын биҙәүестәр, баланың әйберҙәрен һәм йомортҡа бирә.


Таҙарыныу эшен тышта урамда яһайҙар. “Хәҙер һиңә өс сиркәүгә барырға кәрәк, аҙаҡ “таҙартылған” әйберҙәр артынан кире килерһең”, тиҙәр уға. Аңлашылыуынса, бынан һуң бағымсылар ғәйеп була. Шунда ғына алданғанын аңлаған әсә полицияға мөрәжәғәт итә. Әйткәндәй, ҡатынға боҙомдан таҙарыныу – 800 мең һумға барып баҫа.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас в