Уҡыу осоронда уҡ ул Стәрлебаш районының Мәҡсүт ауылы егете Йәүҙәт Әһлиуллинға тормошҡа сыға. Институттан һуң уларҙы Мәләүез районының Һуҡайлы совхозына эшкә ебәрәләр. Нордовка ауылында йәшәйҙәр. Йәүҙәт хужалыҡтың баш агрономы була, Мөнирә - совхоз бухгалтерияһында эшләй.
Һиҙҙермәйенсә биш йыл үтеп китә. Бер ваҡыт улар менән осрашҡанда беҙҙең райондың Салауат исемендәге колхоз рәйесе Илдар Лоҡманов уларға яңы ойошторолған Салауат исемендәге хужалыҡҡа күсергә кәңәш бирә. Йәүҙәт үҙенең тыуған ерендә агроном булып эшләһен, ти Илдар Миңләхмәт улы.
Әһлиуллиндар оҙаҡ уйлап тормай. Тәүҙә Йәүҙәт, ә ике айҙан һуң ике улы менән Мөнирә күсенеп ҡайта. Ибраҡай ауылында уларға өй ҙә табыла.
Әммә Мөнирәгә эш кәрәк була. Бер ваҡыт әхирәттәренең береһе район гәзите редакцияһында яңы бүлек асылыуы тураһында хәбәр итә. Гәзит башҡорт телендә лә сығасаҡ һәм тәржемәсе кәрәк. Бер аҙ икеләнгәндән һуң, Мөнирә редакцияға эшкә барырға ҡарар итә. Мөхәррир Марс Туҡаев һәм бүлек мөдире Фәрзәнә Яхина уны бик яҡшы ҡаршылай. Ихлас әңгәмәләшәләр.
- Алабыҙ, - ти Марс Барый улы.
Зөлфиә Арыҫланғолова икенсе тәржемәсе, ә Фәнүзә Халиҡова - машинист була.
1994 йылдың 1 июлендә башҡорт телендә гәзиттең беренсе дубляж һанын сығаралар.
Бер нисә йылдан ул агросәнәғәт бүлегендә хәбәрсе булып эшләй, 2000 йылда урындағы радиоалғыста хәбәрсе-ойоштороусы итеп тәғәйенләйҙәр. Был эшкә лә баш-көллө сума ул. Радио тыңлаусыларҙы ҡыҙыҡлы тапшырыуҙары менән шатландыра. Шул уҡ ваҡытта гәзиткә, Башрадиоға мәғлүмәт бирә. Байтаҡ йылдар ошо урында эшләгән Флүрә Сәлимова, шулай уҡ тәжрибәле журналистар Әхсән Аҡсулпанов, Мөҙәрис Ҡотлошин һәм башҡалар уға кәңәштәре менән ярҙам итә.
2013 йылда урындағы радиоалғыс ябылыу арҡаһында Әһлиуллина башҡорт дубляжы бүлегенә мөдирлек итә. Һәм ағымдағы йылда уның хеҙмәт юбилейы - журналистикала сирек быуат.
Ғаилә тормошонан да уңа. Стәрлебаш ауылында уларҙың ҙур матур йорттары, баҡсалары бар, хужалыҡтарында ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар. Уның яратҡан шөғөлө лә бар - кейеҙҙән матур әйберҙәр эшләй.
Улар тормош иптәше менән өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Рәил - инженер-энергетик, Себерҙә вахта ысулы менән эшләй. Уның үҙ ғаиләһе бар, район үҙәгендә йорт һалып сыҡҡандар. Үҙҙәре өс ул тәрбиәләйҙәр. Ревиль - инженер-технолог, электромонтажсы булып эшләй. Бәләкәйҙәре Азамат - Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы студенты.
Редакцияның башҡорт бүлегендә әле, Әһлиуллинанан тыш, тағы ике хеҙмәткәр - Венера Ғәбитова менән Әлфиә Ғәзизова эшләй. Татыу, оҫта команда.
Әммә Мөнирә Йәһүҙә ҡыҙының эшенә йәнә әйләнеп ҡайтайыҡ. Мөхәррир Мансаф Ғәниев, яуаплы секретарь Гөлназ Денисова, ҙур стажға эйә журналист Рәйсә Мусина уны тик яҡшы яҡтан ғына баһалай, ҙур тырышлығын һәм ярҙамсыллығын билдәләй. Үҙенең төп эшенән тыш, гәзит өсөн төрлө темаларға мәҡәләләр ҙә әҙерләй ул. Уларҙа шулай уҡ уның ихласлығы һиҙелә.
Ә ул үҙе барлыҡ бөгөнгө һәм элекке редакция хеҙмәткәрҙәренә шулай уҡ тормоштарында сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡтар һәм уңыштар теләй.