Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Июнь 2019, 13:20

Ул - операция блогы шәфҡәт туташы

Яҙмыш үҙе, ҡулдан етәкләп тигәндәй, Зөлфиә Искәндәрованы ошо һөнәргә алып килә. Шулай килеп сыға, мәктәптән һуң уға район дауаханаһының операция блогы санитары булып эшләп алырға тура килә. Операцияларҙан һуң хирургия инструменттарын стирелләү контейнерҙарына һалып, йәш ҡыҙ көндән-көн үҙен медицинаға бағышларға теләүен нығыраҡ аңлай. Уйлап та тормайынса, 1989 йылдың йәйендә документтарын «Шәфҡәт туташтары эше» белгеслеге буйынса Стәрлетамаҡ медицина училищеһына тапшыра. Стәрлебаш урта мәктәбендә химия буйынса алған ныҡлы белеме, инеү имтихандарын лайыҡлы тапшырырға ярҙам итә. Шулай итеп, Зөлфиә медицина училищеһы студенты була, уны иһә 1992 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ дауахананың операция блогында дауам итә. Бөгөн Зөлфиә Рауил ҡыҙы: «Мине хирургия донъяһына алып килгән остаздарымдан уңдым. Был беҙҙең дауахана ветерандары Расфар Сәғиҙулла улы Тимербулатов, Сабит Фазлый улы Ғүмәров, Александр Иванович Глазков, Римма Зариф ҡыҙы Кинйәбаева, Гөлсинә Рәжәп ҡыҙы Иҙрисова һәм башҡалар. Улар миңә хирургия йәһәтенән сирлеләрҙе дауалауҙа ҡулланыла торған һөнәри оҫталыҡ бирҙе, уларҙан операцияларҙың барлыҡ этаптарына, хирургия инструменттарын дөрөҫ һайларға, түҙемле булырға һәм һәр хәлдә тыныслыҡ һаҡлап ҡалырға өйрәндем», тип хәтерләй. Район дауаханаһының төп бурысы – тәүлек әйләнәһенә ашығыс ярҙам күрһәтеү. Зөлфиә Искәндәрова бик кәрәкле хеҙмәткәр һанала, сөнки дауахана штатында ул ғына операция шәфҡәт туташы вазифаһын биләй. Шуға күрә, киске һәм төнгө ваҡытта операцияларға уны өйөнән саҡырталар. Ошо хеҙмәткәр килмәйенсә ауыр операциялар яһалмай. 27 йыл операция блогында эшләү йылдарында Зөлфиә хирургия йүнәлешендәге барлыҡ табиптар өсөн һәйбәт ярҙамсыға әүерелә. Ул тыйнаҡ һәм йыйнаҡ. Операция бригадаһында ҡатнашыусы булараҡ, уға иң беренсе булып эш башларға һәм уны аҙаҡҡы булып тамамларға тура килә. Барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы операция бүлмәһен таҙалыҡта һәм тәртиптә тотоу бурысы Зөлфиә Рауил ҡыҙының нескә иңдәренә һалынған. Ғәҙәти булмаған хәл-шарттарҙа йәки операция барышын үҙгәрткәндә тупланған тәжрибә һәм оҫталыҡ уға тиҙ ҡарар ҡабул итергә, хирургҡа кәрәкле инструментты тиҙ табып бирергә ярҙам итә. Бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре кеүек үк, ул һәр биш йыл һайын «Операция эше» белгеслеге буйынса квалификацияһын арттыра, юғары квалификация категорияһына эйә.

Күҙҙәр - күңел көҙгөһө, тиҙәр. Зөлфиә Рауил ҡыҙының күҙҙәре бик изгелекле. Операцияға әҙерләгәндә пациент маска аша уның күҙҙәрен генә күрә, ә улар иһә «Барыһы ла яҡшы буласаҡ!» тип ҡарай һәм сирлене тулҡынланыуҙан һәм хафаланыуҙан тынысландыра. Барлыҡ операция блогы бригадаһы ыңғай һөҙөмтәгә ирешергә тырыша. Ашығыс операциялар мәлендә улар үҙҙәренең төп бурысы итеп кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙы ҡуя, ә планлы операциялар ваҡытында тормош сифатын яҡшыртырға ярҙам итә. Зөлфиә Искәндәрова бөгөн үҙе менән бергә эшләгән табиптар тураһында һоҡланып һөйләй. Илшат Иншар улы Яппаров, Марат Миҙхәт улы Ғафаров һәм Артур Мирхәт улы Байсыуаҡов менән бергә улар операция яһай, бер команда булып эшләй һәм тәүлек әйләнәһенә халыҡҡа хирургик ярҙам күрһәтә. Зөлфиә Рауил ҡыҙы хирургия бүлегегенең өлкән медицина шәфҡәт туташы Абдуллина Ләлә Тимерғәли ҡыҙын иң төп ярҙамсыһы тип иҫәпләй. Бына нимә ти ул хеҙмәттәше тураһында: «Ҡайһы саҡ ныҡ арып, хәлһеҙләнеп, өмөтһөҙлөккә бирелә башлайһың. Ләлә Тимерғәли ҡыҙы һәр саҡ дөрөҫ һүҙҙәр табып, тынысландыра һәм илһамландыра белә. Ул мине һәр ваҡыт аңлай».

Зөлфиә Рауил ҡыҙы – яратҡан эшенә бөтә ваҡытын бағышлаған үҙ эшенең оҫтаһы. Яуаплы ла, шул уҡ ваҡытта миһырбанлы, башҡарыусан, намыҫлы, эшһөйәр. Эйе, уның һөнәре ауыр, әммә ул кешеләргә ярҙам итеү теләге менән янып, уны ярата һәм уға тоғро. Намыҫлы хеҙмәте һәм яҡшы эше өсөн З.Искәндәрова 2018 йылда БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.

«Операция өҫтәленә эләкмәҫ өсөн кешеләргә ниндәй йәшәү рәүеше алып барырға кәрәк» тигән һорауыма, Зөлфиә Искәндәрова: «Һаулығыңды ныҡлы ҡайғыртырға, диспансерлаштырыуҙы ваҡытында үтергә, диагностик тикшереүҙәрҙе йышыраҡ үтергә тырышырға кәрәк, сөнки ошо саралар мөмкин булған өҙлөгөүҙәр хәүефен кәметергә ярҙам итә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!» тип яуап бирҙе.
Читайте нас: