Бөгөнгө көндә персоналға төрлө сирҙәрҙе асыҡлау һәм ваҡытында иҫкәртеүгә бәйле эш буйынса ҙур бурыстар йөкмәтелгән. Даими рәүештә балалар һәм йөклө ҡатындарҙы өйҙәргә барып хеҙмәтләндереү, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе тикшереү үткәрелә. Сирләгән йәки берәй ере ауыртҡан һәр кеше фельдшер-акушерлыҡ пунктына ашыға. Һауа торошона, тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, фельдшерҙар үҙҙәренең бурыстарын үтәргә тейеш.
Яман шеш һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш - һуңғы ваҡытта һаулыҡ һаҡлауҙа өҫтөнлөккә әүерелде. Иғтибарлы тикшереү һәм анкеталау юлы менән ошо фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәре үҙәк район дауаханаһы табип-белгестәре менән берлектә пациентта иртә стадияла яман шеште асыҡлай алған. Фәнүзә Йәминева Мәҡсүт, ә Илмира Йәрмөхәмәтова - Первомайский ауылдарында йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерә. Улар йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре менән яфаланыусы кешеләргә даими рәүештә өйҙәренә барып, тикшереп тора. Тонометр һәм күсмә ЭКГ аппараты ярҙамында ҡан баҫымын һәм йөрәк пульсын контролдә тота. Бынан тыш, халыҡты диспансерлаштырыу үтергә өндәй. Йөклө ҡатындар һәм яңы тыуған сабыйҙар акушер Миләүшә Садиҡованың иғтибарлы күҙәтеүе аҫтында. Уларҙың өсөһө лә һаулыҡ һаҡлау системаһында ҙур эш стажына, юғары квалификация категорияһына эйә. Ошо фельдшер-акушерлыҡ пункты персоналы бик белемле, бында түҙемле, һәр сирлене тыңлай, аңлай белгән кешеләр эшләй. Кабинеттар медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, дауалау процедураларын башҡарыу өсөн кәрәкле дарыу препараттары ла шулай уҡ бар.
Беҙҙең мәҡәлә геройҙарының оҫталығы һәм түҙемлеге үҙәк район дауаханаһы етәкселеге тарафынан юғары баһалана. Миһырбанлы мөнәсәбәттәре, ярҙамсыллыҡтары менән улар пациенттарҙың ихтирамын яулаған. Мәшғүллектәренә ҡарамаҫтан, улар республика конкурстарында ҡатнашып, тәжрибәләре менән уртаҡлаша, хеҙмәттәштәре араһында абруйҙарын күтәрә белә. Күптән түгел генә улар әҙерләгән санбюллетень республиканың башҡа фельдшер-акушерлыҡ пункттары араһында «Йоғошһоҙ ауырыуҙарҙы профилактикалау» номинацияһында беренсе урын яулаған. Ошо берҙәм эштә был мөләйем ҡатындар «Онотмағыҙ, дауалауҙың уңышы табиптарға ғына түгел, сирленең үҙенә лә бәйле» тигән дөрөҫ һүҙҙәрҙе билдәләгән.