Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Июнь 2019, 13:17

Депутат мөһим проблемаларҙы хәл итергә ярҙамлаша

Уҙған йома көндө беҙҙең районға Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров килде. Иртән иртүк Зариф Закир улы «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ҡабул итеүендә граждандарҙы шәхсән ҡабул итеү үткәрҙе.

Депутатҡа төрлө һорауҙар менән был юлы һигеҙ кеше мөрәжәғәт итте. Үҙәк район дауаханаһының медицина ҡорамалдары буйынса мастеры Рәшит Ғәлиәкбәров ҡайһы бер медицина аппараттарын яңыртыуҙа ярҙам һораны, сөнки уларҙың күптәре иҫкергән.

Мостафа ауылынан Рима Ильясова ғаиләһе менән тиҫтә йылдан ашыу урындағы мәктәп бинаһында йәшәй. 2009 йылда инвалид балаһы менән уның ғаиләһен өйҙәре авария хәлендә булғанлыҡтан ошонда күсерәләр. Ошо адрес буйынса пропискаға индерергә вәғәҙә итәләр. Ун йыл үтә, әммә прописка ла, йәшәү өсөн йүнле шарттар ҙа юҡ. Күп балалы әсә булараҡ, ул ошо проблеманы хәл итеүҙә ярҙам һораны.

Пенсионерҙар Римма Хөсәйенова менән Любовь Измайлова депутатҡа Булаж ауылы халҡы исеменән мөрәжәғәт итте. Эш шунда, улар заманса элемтә төрөнән файҙалана алмай - бында Интернет юҡ. Стәрлебаш башланғыс мәктәбе директоры Г.А.Хөсәйенова мәктәп бинаһын, атап әйткәндә, спорт залын- ремонтлауҙа һәм ҡыйыҡты алмаштырыуҙа ярҙам һораны.

Мәҡсүт ауылы халҡы исеменән таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү буйынса Р.Ғ.Мөхәмәтйәров мөрәжәғәт итте. Объектты төҙөүҙе әлегә туҡтатҡандар, әммә яңы төҙөү урыны әлегә һайланмаған.

Артабан, район хакимиәтенең ултырыштар залында Зариф Байғусҡаров район Советы депутаттары менән осрашты.

- Зариф Закир улы - беҙҙең районда йыш ҡунаҡ. Беҙгә килгәндә граждандарҙы ҡабул итеү үткәрә һәм кешеләргә көнүҙәк проблемаларын хәл итергә ярҙам итергә тырыша. Районға ла бик күп мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әһәмиәтле ярҙам күрһәтә, төрлө кимәл етәкселәре менән осраша, - тине район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров.

Йыйылыусыларҙы сәләмләп, З.З.Байғусҡаров барыһын да Һабантуй байрамы менән ҡотлап, районда күргәндәрҙән тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- Бында бик тырыш, үҙ еренең ысын хужалары йәшәүе һиҙелә. Баҫыуҙар сәселгән, юлдарға асфальт түшәлгән, ауылдар төҙөк, - тип билдәләне ул. Артабан депутат ҡыҫҡаса башҡарылған эш тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына тикшереүгә егерменән ашыу закон проекты һәм закондарға бихисап төҙәтмәләр индергән. Уларҙың күптәре ғәмәлдә һәм халыҡ араһында һәйбәт баһа тапҡан. Улар араһында, мәҫәлән, алкоголь һәм спиртлы продукцияны законһыҙ һатҡан өсөн (уның арҡаһында меңдәрсә кеше сәләмәтлеген юғалта) яуаплылыҡты ҡәтғиләштереү тураһында закон проекты. Был полиция хеҙмәткәрҙәренең генә бурысы булырға тейеш түгел, уға ҡаршы берҙәм көрәшергә кәрәк, тип ныҡлы ышана депутат. Сөнки алкоголь арҡаһында ғаиләләр тарҡала, кеше яҙмыштары боҙола, инвалидтар, етемдәр һаны арта. Шулай уҡ ошондай сирлеләрҙе мәжбүри дауалау тураһында ла закон ҡабул итергә кәрәк.

Зариф Байғусҡаров инициативаһы ярҙамында ауыл халҡына йығылған һәм ҡороған ағастарҙы бушлай алыуға рөхсәт биргән закон ҡабул ителгән. Займдар буйынса проценттарҙы сикләү - тағы бер көнүҙәк проблема. Төшөнкөлөккә бирелгән кешеләр ғәйәт ҙур проценттар менән микрофинанс ойошмаларынан кредиттар ала. Ҡайһы саҡ, ҡарап та тормайынса документтарға ҡул ҡуя һәм ул аҡсалата ҡоллоҡҡа әүерелә.

Депутат илдең пенсия тураһындағы закон үҙгәрештәрен дә ситләп үтмәне. Ауыл халҡына ҡағылғанда, Зариф Закир улы ауыл хужалығында 30 йыл эшләгән хеҙмәтсәндәр 20 процент күләмендә пенсияға өҫтәмә алырға тейеш, тип билдәләне. Әгәр тәүҙә был закон малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармағында эшләгәндәргә генә ҡағылһа, хәҙер иһә был өҫтәмә түләүҙе барлыҡ ауыл пенсионерҙары ла алһын өсөн уға төҙәтмәләр индереү әҙерләнә, тине.

Сығышы аҙағында депутат йыйылыусыларҙың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирҙе.

Һуңғы йылдарҙа матбуғат баҫмаларына хаҡтар артыу сәбәпле гәзит-журналдарға яҙылыусылар һаны йылдан-йыл кәмей. Ауыл халҡына был йәһәттән нисек тә булһа ярҙам итер өсөн, Зариф Закир улы шәхсән үҙ аҡсаһына күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына район гәзитенә квитанциялар тултырҙы һәм уны редакция вәкиленә тапшырҙы, уға шуның өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ошонда уҡ Зариф Закир улы яңы ағзаларға «Берҙәм Рәсәй» партия билеттарын тапшырҙы.

Артабан депутат Стәрлебаш ауылының башланғыс мәктәбендә булды, бында быйыл «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Балалар спорты» проекты буйынса спорт залына капиталь ремонт яһаласаҡ.


Читайте нас: