Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Июнь 2019, 13:18

Ауыл амбулаторияһынан заманса дауаханаға тиклем

1917 йылға тиклем Стәрлебаш районында халыҡты медицина хеҙмәтләндереү сифаты бик түбән була, бер медицина учреждениеһы ла булмай. Туҡаевтар ғаиләһенән белемле берҙән- бер медицина хеҙмәткәре Шакир Мәғзүм хәлле кешеләрҙе генә хеҙмәтләндерә.

Өфө өйәҙе Стәрлетамаҡ кантонының Йомағужа ауылынан 1868 йылғы Мәсәлим Моратбаҡый улы Байморатов беренсе медицина хеҙмәткәре була. Шакир Мәғзүм саҡырыуы буйынса ул Арыҫлан земство дауаханаһында табип булып эшләй. 1914 йылда Арыҫлан ауылында дауахана төҙөй башлайҙар, әммә Беренсе донъя һуғышы ҡамасаулай: төҙөлөш тамамланмай.

1920 йылда Стәрлебаш ауылында амбулатория бинаһын төҙөйҙәр. Артабан бында Николаев менән Локтинов фамилиялы табиптар, Булатов, Стародубов, Игнатьев фамилиялы фельдшерҙар эшләй. Ткаченко районда беренсе акушер була.

1930 йылда Стәрлебашта Ленинградтан килгән табип Павел Андреевич Кульчицкий эшләй башлай. Бер аҙҙан амбулаторияға операция бүлмәһе өсөн төкәтмә эшләйҙәр.

1935 йылда Стәрлебашта беренсе балалар табыу йорто, илле урынлыҡ стационар, йоғошло сирлеләр өсөн дауахана һәм амбулатория төҙөлә.

Ошо йылдарҙа медицина персоналы халыҡ араһында эпидотрядтар менән профилактик эш үткәрә башлай. Сәсәк, тиф, трахомаға ҡаршы прививкалар яһала. 1940 йылдың аҙағына сәсәк сире тотош район буйынса бөтөрөлә. 1945 йылға ҡорһаҡ тифы ла осрамай башлай тиерлек. Трахома 1966 йылда киң таралған ауырыу булараҡ, ә тулыһынса - 1968 йылда бөтөрөлә.

1938-1948 йылдарҙа Стәрлебаш ауылында район Советы башҡарма комитеты ҡарамағында район һаулыҡ һаҡлау бүлеге була. Уның мөдире Рабиға Ғәли ҡыҙы Әминева Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында медицина хеҙмәткәрҙәренән үҙ ирке менән фронтҡа китеүселәр отряды ойоштороп, һуғышҡа оҙата.

Иң ауыр һуғыш йылдарында район дауаханаһының баш табибы булып Фатима Рәшит ҡыҙы Йомағужина эшләй. Сәлимә Ғәзизова хирург һәм педиатр, Мәскәүҙән Марица Божановна Колларова - амбулатория мөдире, Хлопина - теш табибы, Фәймә Марковна Фрадкина - табип-терапевт булып эшләй.

Шул йылдарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре сирлеләрҙе дауалап ҡына ҡалмай, дауахана бинаһын балсыҡ менән һылау, уны ағартыу, утын ярыу, мейескә яғыу, сирлеләрҙең керҙәрен йыуыу, ярҙамсы хужалыҡ малдары һәм аттар өсөн бесән әҙерләү кеүек бурыстар ҙа улар иңдәрендә була.

1965 йылда аҡ балсыҡтан яңы дауахана ҡаласығы төҙөү проекты әҙерләнә. Дауахананы 1965 йылда төҙөй башлайҙар һәм өс йылдан тамамлайҙар. Ошо ваҡыттан башлап үҙәк район дауаханаһы тормошонда яңы дәүер башлана. Уның баш табибы Вафир Әхмәт улы Сәйфетдинов була (1955 йылдан 1975 йылғаса). Алтмышынсы йылдар башында уҡ табиптар - ирле-ҡатынлы Почеревиндар эшкә килә. Алексей Михайлович хирург, Александра Петровна - юғары квалификациялы терапевт була.

Халыҡҡа диспансерлаштырыу ойошторғаны өсөн ул СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

Өҫтә һанап үтелгән барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре профессонализмдары, эштәренә яуаплы мөнәсәбәттәре менән Стәрлебаш районы халҡы араһында ҙур абруй һәм ихтирам яулай.

1956 йылда үҙәк район дауаханаһында акушер-гинеколог булып Вера Степановна Сәйфетдинова эшләй. Ул компетентлыҡ, талапсанлыҡ һәм ғәҙеллек кеүек яҡшы сифаттарға эйә була.

Башҡорт АССР-ның 50 йыллығы хөрмәтенә район медицина хеҙмәткәрҙәре коллективы БАССР Министрҙар Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

1960 йылда терапия бүлеге мөдире булып Инзиә Закир ҡыҙы Сиражетдинова хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Бер аҙ ваҡыттан уны дауалау буйынса баш табип урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Белемле, яуаплы, талапсан - район халҡы хәтерендә ул шулай һаҡлана һәм уны әле лә тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алалар.

Һуғыштан һуңғы осорҙан башлап әлеге көнгә тиклем үҙәк район дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәре район халҡының сәләмәтлеген һаҡлау өлкәһендә ғәйәт ҙур эш алып барҙы һәм бара.

Үткән быуатттың 50-се йылдарында район халҡына күрһәтелгән медицина ярҙамы төрҙәре һәм ысулдары арта. 1952 йылда баклаборатория асыла. 1956 йылда клиник лаборатория кадрҙар менән нығына.

Заманса һаулыҡ һаҡлау

Район дауаханаһы коллективында 36 табип, 164 урта медицина персоналы, шулай уҡ кесе медицина персоналы һәм дауахананың техник составында 71 кеше иҫәпләнә. Дауахана рентгенологик аппарат, һанлы флюорограф, ультратауыш диагностикалау аппараты, лаборатор-диагностикалау аппаратураһы менән йыһазландырылған. Һуңғы йылдарҙа диагностикалау мөмкинлектәре әһәмиәтле артты, сирҙәрҙе диагностикалау сифаты яҡшырҙы.

Амбулатор-поликлиника звеноһына балалар һәм өлкәндәр поликлиникалары, сменаһына 480 килеүсегә иҫәпләнгән ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, 34 урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар һәм 27 фельдшер-акушерлыҡ пункты инә. Стационар медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә 70 койка-урында (педиатрияла - 6, терапия - 24, хирургия - 15, гинекология - 4, неврология - 6, йөклөләр һәм бала табыусылар өсөн акушерлыҡ - 1, йөклөләр патологияһы өсөн акушерлыҡ - 4, паллиатив медицина ярҙамы бүлегендә - 10 койка) күрһәтелә. Һуңғы йылдарҙа амбулатор-поликлиника хеҙмәтендә профилактик эш яҡшырҙы, поликлиника коллективы диспансерлаштырыу һәм профилактик тикшереүҙәр мәсьәләләренә етдиерәк ҡарай башланы. Мәҫәлән, 2018 йылда уны 3930 кеше үткән. Сирҙәрҙе иртә асыҡлау буйынса әүҙем эш алып барыла. Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы аналыҡ муйынтығы, йыуан эсәк, ирҙәрҙең енес биҙе яман шештәрен иртә асыҡлау буйынса программаларҙа ҡатнаша. Өлкән йәштәге халыҡты диспансерлаштырыу даирәһендә раҫланған график буйынса аҙ хәрәкәт итеүсе граждандарҙы өйҙәрҙә ҡарау мөмкинлеге менән аҙна һайын ауылдарға барыу ойоштролған.

Үҫеп килеүсе быуындың сәләмәтлеген һаҡлау буйынса ҙур эш башҡарыла. Йөклөлөк һәм бала табыу осоронда ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса иғтибар бирелә. 2007 йылда, ВОЗ/ЮНИСЕФ инициативаһы буйынса, күкрәк менән имеҙеү, ғаиләне, әсә һәм бала сәләмәтлеген нығытыу мәҙәниәтен тергеҙеү йүнәлеше алынды. Дауаханаға өс йүнәлеш: акушерлыҡ бүлеге, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар консультациялары буйынса «Балаға изгелекле дауахана» статусы бирелде.

2018 йылда балалар поликлиникаһында капиталь ремонт яһалды, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн уңайлы мөхит булдырылды.

Районда фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ремонтлау һәм реконструкциялау буйынса ҙур эш башҡарыла. 2018 йылдың июлендә Айҙарәле ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. 2018 йыл башыннан 18 фельдшер-акушерлыҡ пунктында еңелсә ремонт эштәре башҡарылды.

Сирҙәрҙе профилактикалау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, социаль-әһәмиәттәге ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса аныҡ саралар - коллективтың эше ошоға йүнәлтелгән.


Читайте нас: