Осрашыу барышында бай тарихҡа эйә Стәрлебаш районында туристик хеҙмәттәр асыу һәм уларҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Стәрлебаш ере... Уның һәр ташы «тарих» һаҡлай тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Районда табылған ҡәберлектәр һәм ҡурғандар боронғо ҡомартҡылар серен һаҡлай. Күндерәк һәм Стәрле йылғалары аша элек Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре үткән. Билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәләре тураһында иҫкәртеп, мәсет манараларынан моңло аҙан яңғырай. Ғибәҙәтхананан сыҡҡан илаһи ауаз тирә-яҡҡа таралып күккә аша. Районға килгән туристарҙы М.Ғ.Мәхмүтов исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейында тупланған тарихи экспонаттар һәм тағы бик күп нимәләр көтәсәк...
Был көндө Стәрлебаш районы һәм республиканың Туриндустрия ассоциацияһы араһында беҙҙең районда туризмды үҫтереү ниәте тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уның пункттарына ярашлы, яҡтар тарафынан туристик маршруттарҙы һөҙөмтәле үҙләштереү һәм инвестициялар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән башланғыстар хупланасаҡ. Яңы маршруттарҙы асыу, төркөмлө туризмды киңәйтеү буйынса килешелгән саралар ҡабул ителәсәк. Яҡтар Стәрлебаш районы буйынса туристик маршруттар формалаштырыу һәм артабан үҫтереү буйынса тәҡдимдәр индерәсәк.
Беҙ, ҡабул итеүсе яҡ булараҡ, Комил Сиражетдиновҡа тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ойошторҙоҡ. Артабан ҡунаҡ “Аҡбуҙат” һунарсылыҡ хужалығына барҙы. Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса уның ҡатнашыусылары алдына ҙур бурыстар һәм маҡсаттар ҡуйылды. Уларҙы үтәгәндә беҙҙең Стәрлебаш районы төрлө йәштәге туристар өсөн йәлеп итерлек булырға тейеш.