Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Июнь 2019, 17:09

Лидер ҡатын-ҡыҙ

Районда, айырыуса белем биреү өлкәһендә район мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире Раушания Рысаеваны белмәгән кеше һирәктер, моғайын. Һәм уларҙың барыһы ла уның төплө белемен, һөнәри оҫталығын, компетентлығын, яуаплылығын, намыҫлылығын, ғәйәт ҙур эшһөйәрлеген билдәләй. Хеҙмәт бурысы буйынса уға бик күп хеҙмәттәштәре менән аралашырға, уларҙың проблемаларын хәл итергә тура килә, әммә, ғәҙәти булмаған эш көнөнә, ғәйәт ҙур эш күләменә ҡарамаҫтан, ул аралашҡанда тыныс, изгелекле, мөләйем һәм һөйкөмлө булып ҡала белә.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Раушания документтарын педагогия колледжына тапшырам тип әйткәс, уның атаһы: «Беҙҙә ике уҡытыусы ла еткән» тип ҡәтғи ҡаршы килә. Ете ҡыҙ һәм бер ул үҫкән ишле ғаиләлә ике кеше педагог һөнәрен һайлаған була. Бәләкәй, һигеҙенсе булып тыуған ҡыҙы Раушанияны атаһы медицина хеҙмәткәре итеп күргеһе килә. Әммә ҡыҙ атаһын тыңлай ҙа, шуға ҡарамаҫтан, үҙенсә эшләй. Раушания башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломын ҡулына алғанда ата-әсәһе уның был ҡарары менән килешеп, улар иҫән булғанда ҡыҙҙарына юғары белем алырға кәрәк тип ҡарар итә. Силәбе педагогия училищеһында уҡығанда ҡыҙ буласаҡ тормош иптәше, инженер-преподаватель белгеслеге буйынса Силәбе аграр институтында белем алған Стәрлебаш ауылы егете Алик Рысаев менән дуҫтарының туйында таныша. Һәм оҙаҡламай үҙҙәре лә ҡауыша.

- Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, беҙ, әлбиттә, ҡалала ҡалырға теләнек. Әммә... был туҡһанынсы йылдар ине. Илдә - буталсыҡ. Белгеслек буйынса эш тә, торлаҡ та юҡ. Нимә эшләргә? Тормош иптәшем менән минең тыуған яғыма, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Яңы Субыл ауылына ҡайтырға ҡарар иттек. Унда беҙгә профилле белгестәр кәрәк ине, - тип һөйләй Раушания Тәҡиулла ҡыҙы.

Биш йыл эшләп, кәрәкле тәжрибә таплап, улар өсәүләп - Алина ҡыҙҙары менән, ғаилә башлығы Алик Миҙхәт улының тыуған Стәрлебаш ауылына ҡайталар, уның ауырыу ата-әсәһен дә ҡарарға кәрәк була. Хеҙмәт эшмәкәрлеген беҙҙең районда Раушания Тәҡиулла ҡыҙы башланғыс мәктәптә башлай. Өйҙә уҡытыу алып бара һәм сирләгән уҡытыусыларҙы алмаштыра.

- Башланғыс мәктәпте һәм уның директоры Әлфиә Хажи ҡыҙы Ғәлләмованы айырыуса йылылыҡ менән хәтерләйем, - тип дауам итә ул. - Бына ул ысын етәксе үрнәге. Коллективҡа оҫта етәкселек итте, кәрәкһә - ҡул аҫтындағыларын яҡланы. Белемле, әҙәпле, үҙ эшенең оҫтаһы һәм тәжрибәле, ысын педагог.

Бер йылдан һуң Р.Рысаеваны мәғариф бүлегенә башланғыс кластар методисы итеп эшкә саҡыралар. Район мәғариф бүлеге мөдире Нурфәйез Баһауетдиновтың яңы белгескә беренсе һорауы: «Балаларың бармы?» була.

- Йәшһең, оҙаҡламай декрет ялына ла китерһең инде, тип әйтер тип уйлап ултырам, - тип йылмая ул үткәндәрҙе хәтерләп. - Юҡ шул. Ҡыҙыбыҙ бар икәнен белгәс, был бик яҡшы һәм тағы ла табырға кәрәк, - тине ул көтмәгәндә һәм аралафшыуҙың тәүге минутында уҡ үҙенә ихтирам уятты.

Коллективтан уңдым, тип иҫәпләй Раушания Тәҡиулла ҡыҙы. Унда һөнәрен нескәлектәренә тиклем белеүсе, белемдәрен даими камиллаштырырға тырышҡан, кеше хеҙмәтен хөрмәт иткән, изгелекле, тәү сиратта, тәнҡитләмәйенсә, аҡыллы, эшлекле кәңәштәр биреүсе, эшен ихлас һөйгән һәм тоғро кешеләр эшләй. Улар - Сәүиә Дәминова, Гөлназ Ғәфиева, Зөләйха Ғәлиева, Анна Лемясева, Флүрә Ҡәйүпова һәм башҡалар. Ул уларҙан кешеләр менән аралашырға, һөнәр серҙәренә төшөнөргә өйрәнә.

- Беҙ бер урында ултырмаҫҡа тырыша инек. Ауылдарға йөрөп, дөйөм тикшереүҙәр үткәрә, тәҡдимдәр бирә инек. Әлбиттә, тәүҙә бер аҙ ҡурҡынысыраҡ ине. Минең иҫкәртеүҙәрҙе һәм кәңәштәрҙе минән күпкә олораҡ уҡытыусылар нисек ҡабул итер икән тип уйлай инем. Әммә, Аллаға шөкөр, барыһы ла һәйбәт булды. Икенсе килеүемә, ғәҙәттә, барлыҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрәләр ине. Иҫкәртмәләрҙе лә үпкәләмәйенсә, дөрөҫ ҡабул итеп, ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәрә торғайнылар.

Алты йыл методист булып эшләү ваҡытында Раушания Тәҡиулла ҡыҙы үҙен төплө белемле белгес, ҡушылған эшкә юғары яуаплылыҡ, изгелеклелек, аралашыусанлыҡ кеүек яҡшы сифаттарға эйә булыуын күрһәтә, һәр кеше менән уртаҡ теле таба. Шуға күрә, оҫта ойоштороусанлыҡ һәләттәрен күреп, 2006 йылда уға мәғриф бүлегенең методик кабинетына етәкселек итергә тәҡдим итеүҙәре ғәжәйеп түгел. Был киң белем даирәһе талап иткән ауыр эш. Уның бурыстарына педагогия хеҙмәткәрҙәренә аттестация үткәреү, белем биреү системаһының уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлегенә дөйөм етәкселек итеү, уҡытыусыларға яуаплы булыу һәм яңы дәүләт федераль стандарттарҙы индереү, район методик берләшмәләре етәкселәре менән эшләү, һөнәри оҫталыҡ конкурстары үткәреү һ.б. инә. Ә ул бит РФ халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәренең Стәрлебаш район профсоюз ойошмаһы рәйесе булып, ҙур йәмәғәт эше лә алып бара. Районда уҡытыусылар һәм тәрбиәселәрҙең хеҙмәт коллективы бик ҙур, шуға ла бында мәсьәләләр һәм проблемалар башҡаларға ҡарағанда күберәк. Мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыу, төрлө льготалар, аутсорсинг, БДИ һәм ДЙА үткәркеүгә бәйле мәсьәләләр, бөтәһен һанап та бөткөһөҙ.

-Һеҙ бөтәһенә лә нисек өлгөрәһегеҙ? - тип ғәжәпләнәм. Ул йылмая ғына. - Эшемдең үҙенсәлектәрен аңлағаны өсөн иптәшемә ҙур рәхмәт. Һәр йәһәттән мине хуплай, ярҙамлаша, - ти Раушания Тәҡиулла ҡыҙы. - Саралар, имтихандар мәлендә ауылдарға барабыҙ, бер ҡасан да ваҡытында өйгә ҡайтып булмай. Әммә һәр саҡ тыныс күңел менән барам, сөнки беләм, минең терәгем ышаныслы. Хәҙер иһә төрлө ҡалаларға, Татарстанға барыуҙы практикалайбыҙ. Улар аң-белемде үҫтерергә, башҡа төбәктәрҙән хеҙмәттәштәребеҙҙән ыңғай тәжрибә алырға ярҙам итә.

Ғаилә дуҫтары Эльвира һәм Алик Ибәтуллиндар, Роза һәм Илдар Кәримовтар, Ләйсән һәм Альберт Ибәтуллиндарға ла ул ҙур рәхмәтле, уларға ниндәй ҙә хәл-торошта ышанырға мөмкин.

Ә бына уны хеҙмәттәштәре нисек баһалай: «Кешеләрҙе, айырыуса өлкән быуынды ихтирам итә белә, ғаилә ҡиммәтеренең ҡәҙерен белә. Ниндәй ҙә эшкә ижади ҡарай. Үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнаша, һөнәри конкурстар, Мәғариф министрлығының юғары баһаһына лайыҡ булған «Урал батыр» республика конкурсын ойоштороусы. Әүҙем тормош позицияһына эйә, көнүҙәк проблемаларҙы күтәрергә, әһәмиәтле һорауҙарға яуап бирергә ҡурҡмаған кеше. Бик аралашыусан, хәрәкәтсән, үҙ фекерен яҡлай белә. Лидер, принципиаль, талапсан һәм бер үк ваҡытта бик мөләйем һәм нәфис ҡатын-ҡыҙ. Үҙе әйтеүенсә, бөтәһенә лә ҡарағанда ул ғәҙелһеҙлекте яратмай, шуға ла ниндәй ҙә хәлдә үҙе ғәҙел булырға тырыша».

Юғары хеҙмәт һөҙөмтәләре өсөн Раушания Тәҡиулла ҡыҙы «Башҡортостан Республикаһы отличнигы» юғары исеменә лайыҡ булған, уның өй архивында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы, район хакимиәте, Башҡортостан мәғариф институтының профсоюз ойошмаларынан бихисап Маҡтау грамоталары һәм төрлө Рәхмәт хаттары һаҡлана.

Нәфис, ҙур булмаған кәүҙәле, һылыу ҡатын. Эшендә яуаплы, намыҫлы етәксе, өйөндә һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй, юморға бай кеше һәм ышаныслы әхирәт. 20 йыл элек беҙҙең районға килеп, бында ул ерегеп китә, үҙ кешеһенә әүерелә. Ғаиләһендә бәхетле, яратҡан эше, тоғро дуҫтары бар. Мин тормоштан уңдым, тип иҫәпләй ул үҙе.
Читайте нас: