Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Июнь 2019, 14:15

Рәхмәт һүҙе - хеҙмәттәренә оло баһа

8 июндә халыҡты социаль яҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Уларҙың һөнәри эшмәкәрлегендә белем һәм оҫталыҡ ҡына түгел, белгестең шәхси сифаттары ла мөһим.

«Ғаилә» Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге филиалы хеҙмәткәрҙәре беҙҙең районда тормошта ауыр хәлдә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға, социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж балаларға, стационар һәм ярым стационар социаль хеҙмәтләндереүҙә (психик көйһөҙлөк менән интегеүсе, билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләрҙән тыш) мохтаждарға төрлө социаль хеҙмәттәр күрһәтә.

Ошо граждандар үҙәктә социаль-көнкүреш, психологик, педагогик, хеҙмәт, хоҡуҡи, ашығыс социаль хеҙмәттәр ала ала.

- Социаль ярҙамға, нигеҙҙә, оло йәштәге яңғыҙ граждандар, инвалидтар, күп балалы әсәләр, етем балалар, дауалап булмай торған сирҙәр, алкоголизм, наркомания менән интегеүсе кешеләр мохтаж. Көн һайын үҙеңдең генә түгел, ә ҡараған кешеләреңдең дә проблемаларын хәл итергә тура килгәндә социаль хеҙмәткәрҙәргә мөләйем, изгелекле, матур һәм тормош һөйөүсән булып ҡалыуы еңел түгел. Улар үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәргә төрлө, күпселек осраҡта дәүләт социаль хеҙмәттәр һәм опека органдарынан матди һәм хоҡуҡи ярҙам алырға ярҙамлаша. Улар араһында Миләүшә Исхаҡованы айырыуса билдәләп үтке килә, ул психолог, педагог һәм изге күңелле кеше булараҡ, барлыҡ мөрәжәғәт итеүселәргә ярҙам итә һәм уларҙы хуплай, - ти БР «Ғаилә» Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге бүлексәһе мөдире Зөлфиә Ғиниәтуллина.

- Әлбиттә, бөтәһенә лә тормошта ауыр хәлдән сығырға ярҙам итке килә, әммә был юлды үтергә теләмәүселәр ҙә бар. Ҡайһы саҡ уларға шул тиклем тырышлыҡ һалаһың, ә улар ҡул һелтәп ҡуя... Күңелһеҙ хәл, әлбиттә, әммә... шундайҙар ҙа бар. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ һәр ваҡыт тик яҡшыға, кемдер булһа ла насар ғәҙәттәренән арыныр тип өмөтләнәбеҙ..., - ти Миләүшә Ғамир ҡыҙы.

Социаль хеҙмәткәр һөнәре, тәү сиратта, кешелеклек, һиҙгерлек, сит кешенең ҡайғыһын уртаҡлаша белеү, шулай уҡ һәр аныҡ хәлде аңлап, хәл-торошҡа ҡарап, шәхсән кәрәкле социаль ярҙам күрһәтеү менән шөлөғөлләнеүҙе талап итә.

Социаль хеҙмәткәр - халыҡҡа көнкүреш, шулай уҡ әхлаҡи һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеүсе белгес. Мәҫәлән, районда өйҙәргә барып, социаль ярҙам күрһәтеү менән Салауат ҡалаһының «Изгелек» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы коммерция булмаған ойошмаһы бүлексәһе шөғөлләнә.

- Беҙҙең штатта 22 социаль хеҙмәткәр, улар 312 оло йәштәге гражданға һәм инвалидҡа өйҙәргә барып хеҙмәттәр күрһәтә. Нигеҙҙә, беҙҙең ҡараған кешеләребеҙ 75 йәштән өлкәнерәк. Өйҙәр һәм фатирҙарҙы, баҡсаларҙы йыйыштырыу, аҙыҡ-түлек, һыу, рецепт буйынса дарыуҙар илтеп биреү, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, ашарға бешерергә әҙерләү һ.б. һорау менән файҙаланған төп хеҙмәттәр булып тора.

Уларҙың хеҙмәте һәр йәһәттән еңел түгел. Оло йәштәге, сирле, ҡайһы саҡ нервыһы ҡаҡшаған кеше менән бәйләнеш табыу ауыр. Әммә улар йәнәшәһендә хәстәрлекле, иғтибарлы, сабыр һәм аңлаусан беҙҙең хеҙмәткәрҙәребеҙ бар. Социаль хеҙмәткәрҙәр эргәһендә уларҙың ҡартлығы тынысыраҡ һәм еңелерәк үтәлер, тип ышанғы килә.

Социаль хеҙмәткәрҙәр араһында Тәтербаш ауылынан изгелекле, егәрле һәм яуаплы Наталья Спиридонованы билдәләп үтке килә, ул беҙҙә 20 йылдан ашыу эшләй. Уның эмоциональ тотороҡлоғо, тыныс булыуы һәм яғымлы тауышы ярҙамға мохтаж кешеләргә ышаныс уятырға ярҙам итә, - ти уның тураһында «Изгелек» бүлексәһе мөдире Өлфәт Хөсәйенов.

Кешеләр менән эшләү - иң ауыр эштәрҙең береһе. Ғүмерен хеҙмәткә бағышлаған, ә ҡартайғас ярҙмыш ҡушыуы буйынса көндәрен яңғыҙлыҡта үткәреүсе кешенең хәлен социаль хеҙмәткәр кеүек кем аңлар һәм бәләгә осраған кешегә ярҙам итер? Барлыҡ район халҡы исеменән социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, ғаиләләрендә именлек һәм тыныслыҡ, тормошта һәйбәт кешеләр осрауын теләйбеҙ.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА.


Читайте нас: