Әлеге дәртләндереү сараһының мөһим шарты - «Стәрлебаш шишмәләре» гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға тапшырыу. Бүләк уйнатыу һөҙөмтәһендә Г.Хәбибуллина, Р.Әхмәтшина, Ф.Туҡбаева, Х.Ғәлиева, З.Ғиззәтуллина, М.Сабитова, З.Тәтегәсова еңеүсе булдылар, улар барыһы ла Стәрлебаш ауылынан. Билдәләп үтергә кәрәк, район гәзитен беҙҙең районда йәшәүселәр генә түгел, күрше районда ла яратып уҡыйҙар икән. Шулай итеп, Федоровка районынан Ф.Сәғитова гәзитебеҙҙән иҫтәлекле бүләк отто.
Бына нимә ти бүләк отоусыларҙың береһе - Зөлфирә Тәтегәсова (һүрәттә): «Район гәзитен күптән алдырам, көндәлек яңылыҡтар һәм файҙалы мәғлүмәттәрҙе уҡырға яратам. Хужалыҡтарҙа һәм ауылдарҙа нисек йәшәүҙәре менән ҡыҙыҡһынам. Беҙҙең район яңылыҡтары мәғлүмәти сайттарҙа йәки социаль селтәрҙәрҙә барлығын беләм, әммә ҡағыҙҙа баҫылған яңылыҡтарҙы уҡырға яратам, район гәзитен алдырыу ғаиләбеҙҙең матур традицияһына әүерелде, тип иҫәпләйем. Һәр яңы һанды түҙемһеҙлек менән көтөп алам, ә бөгөн бүләк отоу минең өсөн көтөлмәгән күңелле яңылыҡ булды».