Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Июнь 2019, 12:33

Тәбиғәтте һаҡлаусылар байрамы

5 июндә Рәсәйҙә Экологтар көнө билдәләнә, ул ярайһы уҡ йәш байрам (2007 йылдан), уның маҡсаты - сәнәғәт предприятиелары етәкселәре һәм ябай граждандарҙың иғтибарын тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәткә йәлеп итеү. Был көндө уларҙы тәбиғәт ресурстарын һаҡсыл ҡулланырға, тирә-яҡ донъяның матурлығын һаҡларға, көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйырға саҡыралар, ҙур техноген һәләкәттәр һәм планетабыҙ өсөн уларҙың эҙемтәләре тураһында һөйләйҙәр.

Районда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса күҙәтеү эшмәкәрлеген, БР Экология министрлығының СТУ дәүләт инспекторы, әйҙәүсе белгес-эксперты Илнур Кәримов тормошҡа ашыра.

- Экологтарҙың бурысы - һауа, һыу, ер аҫты һәм тәбиғи һәйкәлдәрҙең (беҙҙә - Табылды сейәлеге) бысраныуына юл ҡуймауҙы тикшереү, - ти Илнур Рифат улы. - Беҙҙең районға килгәндә, сәнәғәт предприятиелары булмағанлыҡтан беҙҙә экологик хәл-торош тотороҡло. Әммә халыҡта автомобилдәр һаны артыуға бәйле һауаның газ менән бысраныуы, ҡалдыҡтар һәм сүп-сар тураһында әйтмәү мөмкин түгел. Уларҙың тәбиғәтте бысратыу проблемаһы һәр ваҡыт булды. «Сүп-сар реформаһы» уны яҡшыртырға тейеш ине. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәсьәләлә әлегә күп нимә үҙгәрешһеҙ ҡала. Сәбәбе - ҡабул ителгән закондың уйлап еткерелмәгәнлеге һәм уға граждандарҙың әҙер булмауы. Ваҡыт үтеү менән законға төҙәтмәләр индерелеп, хәл-торош яҡшы яҡҡа үҙгәрер тип ышанғы килә.

Илнур Рифат улы әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең таҙалыҡ һәм тәртип, тәбиғәтте һаҡлау һәр ҡайһыбыҙға бәйле булыуын аңлай башлауы һөйөндөрә. Шуға күрә улар шәмбе өмәләрендә әүҙем ҡатнаша, үҙҙәренең йорт алды һәм эш территорияларын төҙөкләндерә һәм йәшелләндерә, шишмәләрҙе таҙарта.

Мәҫәлән, райондағы 160тан ашыу шишмәнең 54е өс йылда, учреждениеларҙың хеҙмәт коллективтары тырышлығы һәм граждандарҙың инициативаһы ярҙамында тәртипкә килтерелде, ә ҡайһы берҙәре - ысын ял зоналарына әүерелде. Был бик һөйөнөслө.

«Өҫтә» лә шулай уҡ тормошто яҡшыртыуға булышлыҡ итеүсе аҙымдар яһала. Мәҫәлән, ауыл биләмәләре хакимиәттәренән үҙҙәренең ихтыяждары өсөн уларҙың территорияларында булған карьерҙарҙы ҡулланырға (юлдарға һибеү һәм башҡа эштәр өсөн) рөхсәт ителде. Милли проекттар даирәһендә алты йыл дауамында экологик хәлде яҡшыртыуға республикаға 45,1 млдр. һум бүленде.

- Һөнәри байрам алдынан битараф булмаған граждандарға, хеҙмәт коллективтарына тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға тос өлөш индергәндәре өсөн, донъябыҙҙы матурыраҡ һәм яҡшыраҡ иткәндәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Байрам менән! Был байрам - дөйөм байрам, - тип билдәләне И.Кәримов.

Рәйсә МУСИНА.
Читайте нас: