Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Май 2019, 11:39

Яугир иҫтәлегенә

Уҙған аҙнала Стәрлебаш ауылында 2001-2004, 2005-2008, 2009 йылғы үҫмерҙәр һәм унан кесерәктәр араһында яугир-интернационалист Наил Рәжәпов иҫтәлегенә көрәш буйынса республика турниры үтте. Унда республиканың дүрт районынан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 50нән ашыу спортсы ҡатнашты.

Район Мәҙәниәт йортоноң спорт залында көрәш иртәнге сәғәт унда башланды. Ҡатнашыусылар 15 ауырлыҡ категорияһы буйынса көрәште. Тотош турнир дауамында көндәшлек рухы хөкөм һөрҙө. Ярыш барышын күҙәтеү бик ҡыҙыҡлы булды. Тәүҙә егеттәр бер аҙ тулҡынланды, әммә келәмгә сығыу менән уларҙы алмаштырып ҡуйғандай булды - һәр ҡайһыһы ышаныслы һәм лайыҡлы көрәш күрһәтте.

Турнирҙы тантаналы асыу көндөҙгө сәғәт бергә тәғәйенләнде. Ярышта ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ильяс Ибәтуллин сәләмләне. Тантанала шулай уҡ яугир-интернационалистар (уларға һуңлап булһа ла «Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл» юбилей миҙалдары тапшырылды) һәм башҡа ҡәҙерле ҡунаҡтар ҡатнашты. Артабан Локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар стелаһына сәскәләр һалыу ойошторолдо. Ә был ваҡытта келәмдәрҙә призлы урындар өсөн көрәш дауам итте.

Көрәш йомғаҡтары буйынса Искәндәр Абайҙуллин, Ислам Исламоратов, Рияз Сәғетдинов, Мөнир Хәйбуллин, Ирәндек Собханғолов, Дим Ишембәтов, Аследдин Отабоев, Илнар Кинйәбулатов, Азат Фәтҡнисламов, Нияз Әхтәмов (Көйөргәҙе районы), Марсель Мырҙагилдин, Райман Моратов, Айнур Хужиндар чемпион булды. Шәхси ҡаҙаныштар команда зачетына ҡушылды һәм уның буйынса еңеүсе командалар билдәләнде: Стәрлебаш районы - беренсе, Көйөргәҙе районы - икенсе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы - өсөнсө урында.

Читайте нас: