Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Май 2019, 11:41

Йөҙөүселәрҙең уңыштары

Бына уҡыу йылы тамамланды. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ҡарамағындағы «Йөҙөү» секцияһында шөғөлләнгән уҡыусылар өсөн дә йыл аҙағына етте. Улар зона, район-ара һәм республика ярыштарында район намыҫын яҡлап, һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтте. Бынан тыш, күрше Ырымбур өлкәһенә бер нисә тапҡыр барып, бик яҡшы сығыш яһаны.

25 майҙа Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка ҡасабаһында үткән ярыштар һуңғыһы булды. Унда биш йәш төркөмөндә Новосергиевка районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе беренселеген асыу булды. Стәрлебаш йөҙөүселәре унан 11 призлы урын алып ҡайтты, шулай уҡ эстафетала еңеүсе булды. Уларҙы билдәләп үтке килә. 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе уҡыусылары: Юлай Яҡупов, Булат Яҡупов, Илмир Йосопов, Тимур Ниғмәтуллин, Кәрим Рысаев; 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенән Камил Хәсәнов, Рәсүл Ҡадиров, Вилдан Ҡадиров; Стәрлебаш башланғыс мәктәбенән Тимур Яҡупов, Даниэль Вейгант; Первомайский мәктәбенән Тимур Насиров.

Ярҙамдары өсөн ата-әсәләргә ҙур рәхмәт белдерәм. Алда беҙҙе бик күп эш һәм, һис шикһеҙ, яңы үрҙәр көтә. Тәрбиәләнеүселәребеҙгә ҙур уңыштар теләйем!
Читайте нас: