Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Май 2019, 11:51

Уның ғүмере ялҡын кеүек сағыу булды

Халыҡ хәтерендә һаҡланғанда кеше йәшәй, үлмәй. Ниндәй хаҡ һүҙҙәр! Асыҡ күңелле, тормош һөйөүсән, аҡыллы кеше, ун һигеҙ йыл буйына ҙур коллектив - Матросов исемендәге колхозға етәкселек иткән Самат Баһауетдиновтың хәтер кисәһендә булыусылар быға инанғандыр, моғайын. Сара Самат Әхмәтсәләм улының тыуған көнө алдынан, 25 майҙа Хәлекәй ауылы клубында үтте.

Был көндө хәлекәйҙәр үҙҙәренең яҡташы Самат Сәләм улын, уның ауылдаштары хаҡына башҡарған эштәре тураһында хәтерләүе асыҡ күренә. Тамаша залында С.Баһауетдинов менән аралашырға, эшләргә, ауырлыҡтарҙы һәм еңеүҙәрҙе бергә кисерергә тура килгән кешеләр йыйылғайны. Ауылда үҙ ваҡытында колхоз рәйесе ярҙамы теймәгән кеше юҡтыр моғайын. Уға ниндәй генә һорауҙар менән мөрәжәғәт итмәнеләр, ғәҙәттә, рәйесте иртән генә тура килтереп була ине, сөнки ул кабинетында ултырманы - баҫыуҙар һәм фермаларҙы йөрөп сыға, әйләнә-тирәләге хәлдәрҙең уртаһында ҡайнай ине. Ул ваҡытта яҡшыһы ла, яманы ла күп булды. Ул етәксе булып билдәләнгән йылдарҙа ил өсөн еңел булмаған осор башланды, үҙгәрештәр колхоздарға ла ҡағылды. Күп кенә коллектив хужалыҡтар тарҡалды. Ләкин С.Баһауетдинов етәкләгән хужалыҡ шул килеш ҡалды. Тиҫтә йылдар буйына атайҙарыбыҙ һәм әсәйҙәребеҙҙең ауыр хеҙмәте менән төҙөлгәндәрҙе емерергә юл ҡуйманы ул. Идара итеү йүгәнен ныҡлы һәм ышаныслы тотто.

Уның тормошо ялҡын кеүек сағыу булды. Кисә башында ҙур экранда күп һанлы фотоһүрәттәрҙән эшләнгән видеофильм күрһәтелде, унда С.Баһауетдинов колхозға етәкселек иткән осорҙа малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтарында ирешелгән уңыштар тураһында бәйән ителде.

Беренселәрҙән булып Самат Әхмәтсәләм улының бер туған ҡустыһы, Хәлекәй ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Баһауетдиновҡа һүҙ бирелде, ул ағаһына хас булған сифаттар - ғәҙел һәм намыҫлы булыуы тураһында билдәләне.

Теге йәки был эште нисек ойоштороуы тураһында ул йылдарҙа районға етәкселек итеүсе Фәрит Ҡәйүпов та бик яҡшы белә.

- Элек колхоздарға тикшереүҙәр менән йыш бара инек. Һәр ваҡыт сираттағы командировканан ҡайтҡас хеҙмәттәштәрем: «Ҡыҙыҡ, Самат Сәләм улы берәй ваҡыт ял итә микән?» тип ғәжәпләнәләр ине. Уның ниндәй тынғыһыҙ кеше икәнен барыһы ла белә ине. Шуныһы ғәжәп, уға кәңәш һорап йәштәр генә түгел, шулай уҡ тормошто күргән ололар ҙа мөрәжәғәт итә ине. Ябай халыҡ та, етәкселәр ҙә уны хөрмәт итте, - тип уртаҡлашты хәтирәләре менән Фәрит Гәрәй улы. - Ул һәйбәт ғаилә башлығы булды. Хәҙер өс улы тормош юлынан лайыҡлы атлай, сөнки үрнәк алырлыҡ кешеләре булды.

Рәйестең тормошондағы ваҡиғалары тураһында ауыл хужалығына ярты быуат ғүмерен бағышлаған Наил Хөснөтдинов та бик күп нәмәләр һөйләне. Самат Баһауетдинов менән уға 30 йылға яҡын бергә эшләргә тура килә.

- Ул кешеләргә һәр ваҡыт хөрмәт менән ҡараны, уларҙың эшен лайыҡлы баһаланы. Халыҡ дәррәү төҙөлөш эштәренә тотонған ваҡытта нимәләр генә кисерергә тура килмәне! Кемгә техника, кемгә төҙөлөш материалдары менән ярҙам итте. Төрлө йылдар булды - ҡоро һәм ямғырлы, һалҡын һәм эҫе. Һауа торошона һылтанып, ул малдар һанын ҡыҫҡартыуға, һөрөнтө ерҙәрҙе бер гектар ҙа кәметергә юл ҡуйманы. Сығышы аҙағында Наил Вәли улы Хәлекәй ауылының бер урамына Самат Баһауетдиновтың исемен бирергә (йәки үҙгәртергә) тәҡдим итте.

Самат Сәләм улы менән ВЛКСМ район комитетында эшләгән йылдар тураһында йылы хәтирәләр менән Рәфҡәт Ғәфиев уртаҡлашты. Раян Шаммасов үҙенең сығышында Баһауетдиновтар ғаиләһенең хеҙмәт һөйөүсәнлеге тураһында һөйләне.

- Мин уның атаһы Әхмәтсәләм Сәйфетдин улын бик яҡшы беләм. Студент саҡта каникул осоронда тракторҙа эшләнем. Ул ваҡытта Сәләм ағай мине күп нәмәгә өйрәтте. Бик сабыр, кешелекле ағай ине. Уның балалары ла үҙенән иң яҡшы сифаттарын алған.

Самат Сәләм улының ниндәй рәйес булыуы тураһында әлеге еңел булмаған хеҙмәттең икенсе яғы ла билдәле булған, хужалыҡтың әлеге етәксеһе Илвер Хәлитов та һөйләне:

- Шундай ҡатмарлы хәл килеп тыуғанда мин үҙ үҙемә һорау бирәм, бындай осраҡта Самат Сәләм улы нишләр ине икән һәм тағы бер ҡат уйлағандан һуң ҡарар ҡабул итәм. Уны һәр кем яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала.

Сара дауамында сығыштар артистар Миңлеғәли һәм Эдуард Хөснөтдиновтар, Инсаф Ғәлимов, Рәшит Хәбибуллин, Йәүҙәт Мифтаховтар башҡарыуында музыкаль номерҙар менән үрелеп барҙы, уларға залда ултырыусылар ҡушылып йырланы.

Был көндө бик күп йылы һәм матур һүҙҙәр әйтелде. Хәлекәйҙәр хәтирәләргә бирелеп, йәнә һәм йәнә үткәндәргә әйләнеп ҡайтты. Айырыуса Самат Баһауетдиновтың балаларына шундай кисә ойошторғандары, ауыл халҡын берләштергәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Улар, үҙ сиратында, тулҡынландырғыс сығыш әҙерләгән ине. Кесе улы Илдар (өҫтәге һүрәттә) йыр башҡарҙы, ауылдаштарына рәхмәт һүҙе менән тыуған ауылында йәшәп, фермерлыҡ менән шөғөлләнеүсе өлкән улы Филүс мөрәжәғәт итте.

Маҡтау грамоталары, колхоз эштәре, ҡаҙаныштар һәм киләсәккә пландар тураһында республика гәзите һәм журналдарынан алынған мәҡәләләрҙән стенд эшләнгән ине. Мәҫәлән 2003 йылда «Кызыл таң» гәзитендә баҫылған әңгәмә. Был мәҡәләләрҙе, шулай уҡ ғаилә фотоһүрәттәрен Самат Сәләм улының ҡатыны Фәйхүнә Билал ҡыҙы ҡәҙерләп һаҡлай. Ысынында иһә һинең тураһында гәзиткә йәки китапҡа яҙалармы, шиғыр бағышлайҙармы, быныһы мөһим түгел, ябай кешеләр хәтерендә йәшәү, «лайыҡлы кеше ине!» тип әйтеүҙәре ғорурлыҡ. Бына шундай кеше ине Самат Баһауетдинов.
Читайте нас: