Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Май 2019, 11:49

Талантлылар, ижадиҙар - бер һүҙ менән әйткәндә, һәләтлеләр

Һәр кеше һәләтле. Ә уның уңышҡа ирешеү-ирешмәүе бала саҡта уның талантын асыу һәм күреүгә, балаға һәләттәрен тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирелеүгә бәйле.Билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙең районда балаларҙың һәләтен асыу өсөн бик күп эшләнә. Был йәһәттән уларға ата-әсәләр, уҡытыусылар, тренерҙар, өҫтәмә белем биреү учреждениелары педагогтары ҙур ярҙам күрһәтә. Һәм ошондай дөйөм хеҙмәт һәм хеҙмәттәшлек итеүҙең һөҙөмтәһе - күҙгә күренеп тора. Район Мәҙәниәт йортонда үткән Һәләтле балалар слеты быны асыҡ күрһәтте.

Унда тотош уҡыу йылында район, шулай уҡ республика, Бөтә Рәсәй һәм хатта халыҡ-ара күләмендә олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәткән уҡыусылар хөрмәт күрһәтеү һәм бүләкләү өсөн саҡырылды. Еңеү шатлығын уртаҡлашырға балаларҙың ата-әсәләре, туғандары, яҡындары, уҡытыусылары һәм остаздары килде.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова үткәрелгән сараның әһәмиәтлелеген билдәләп, уҡыусыларҙы шундай юғары бейеклектәр яулауҙары менән ҡотланы һәм киләсәктә уңыштар теләне. Артабан ул районыбыҙҙы төбәк һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә олимпиадаларҙа һәм ярыштарҙа лайыҡлы күрһәткән уҡыусыларҙы бүләкләне. Быға Первомайский урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Рәсимә Хоҙайбирҙина, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 9 класынан Айгөл Ғәфиева, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 11 класынан Илһөйәр Мусина, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 7 класынан Илназ Хәбибуллин, 10 кластан Амаль Латипов лайыҡ булды.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Миңләхмәт Кәримов та уҡыусыларға изге теләктәр белдерҙе. Һеҙ барығыҙ ҙа район ғорурлығы, өмөтө һәм киләсәге, тип билдәләне ул. Район олимпиада хәрәкәтенең иң яҡшыларҙан-яҡшылары - мәктәптә уҡыу йылдарында йылдан-йыл интеллектуаль ярыштарҙа призлы урындар яулаған сығарылыш класс уҡыусылары мәғариф бүлеге системаһы етәксеһе ҡулынан наградалар - абсолют лидерҙар миҙалдарын алды. Улар араһында 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенән Лилиә Фәрхшатова, Райлина Ғәлиева, Булат Кәримов, Рәйлә Мостафина, Алина Ғиниәтуллина, Илнур Ғәлиев, 2-се Стәрлебаш мәктәбенән Ләйсән Хәсәнова, Айҙар Ғәлиәкбәров, Алһыу Мәрҙәнова. Ағымдағы йылда ошо уҡыусыларыбыҙҙың беҙҙе ҡалдырып китеүе бер аҙ моңһоу, әлбиттә, улар бөтә имтихандарын яҡшы билдәләргә тапшырып, юғары уҡыу йорттарында уҡыуҙарын дауам итер һәм ҡайҙа ғына булһа ла районыбыҙҙы лайыҡлы күрһәтер тип ышанабыҙ.

«Лингвистика», «Йәмәғәт фәндәре», «Тәбиғәт фәндәре» йүнәлештәре буйынса район олимпиада хәрәкәте лидерҙары, шулай уҡ бер нисә йүнәлеш буйынса башҡаларҙан айырылған уҡыусылар төркөмө район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Рәйлә Вилданова һәм район методика кабинеты мөдире Раушания Рысаева ҡулынан наградалар алды. Улар иҫтәлекле бүләктәр, шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһына һәм «Ҡарлуғас» балалар һауыҡтырыу лагерына барыуға сертификаттар алды. Районыбыҙҙың иң талантлы артистары - ижади конкурстар лидерҙары ла ошондай уҡ наградалар һәм сертификаттар менән бүләкләнде.

Сара аҙағында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Илнур Исламоратов республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә ярыштарҙа юғары үрҙәр яулаған иң яҡшы спортсыларҙы бүләкләне. Тренерҙар Илдар Моратов һәм Инсаф Фәйзуллин етәкселегендә көрәшселәребеҙ, тренерҙар Тамара Петрова һәм Ғамил Мәжитовтар етәкселегендә йөҙөүселәр, волейболсылар, саңғысылар, шулай уҡ Илмир Өмөтбаев етәкселегендә ағымдағы йылда БР мәктәп уҡыусылар спартакиадаһы, Башҡортостан төбәк үҫмерҙәр баскетбол лигаһының «КЭС-Баскет» мәктәп баскетбол лигаһы суперфиналы призерҙары булған баскетболсылар командаһы айырыуса билдәләнде.

Тантана барышында «Геомертия» ансамбле, «Школьная пора» ансамбле солисы Сагдиана Сәғитова, «Апельсинки» берләшмәһе, «Дебют» балалар театрының йәш артистары, Айгизә Ҡаҙаҡбаева, Диана Ғәлиева һәм Айҙар Маннанов составында дуэт, «Бейеүҙәр планетаһы» берләшмәһе йыйылыусылар алдында сығыш яһап, уларға яҡшы кәйеф бүләк итте. Сараны үткәреүҙә ярҙамдары өсөн бағыусыларыбыҙ: «Ютас», «Прогресс» йәмғиәттәре, ШЭ «Әһлиуллина», КФХ «Ибәтуллин», ШЭ Мөхәмәтйәрова һәм ШЭ Ғәлиеваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға, ҡунаҡтарға, ата-әсәләргә, уҡытыусыларға ҙур рәхмәт! Яңы ижади уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ. Яңы осрашыуға - киләһе слетҡа тиклем!
Читайте нас: