Кемдер бындай хәлдең тик кинола ғына булыуы мөмкин, тип әйтер ине. Пенсия фондының элекке хеҙмәткәре Зөлфиә Ғатауллина (һүрәттә) бүләк уйнатыу башланғас ҡына килде һәм квитанцияһын дөйөм йәшниккә һуңлап ҡына һалды. Йыйылыусылар бер-бер артлы квитанцияларҙы йәшниктән алып, бүләк отоусыларҙың фамилияһын әйтте. Сират Зөлфиә Фәрит ҡыҙына етте. Бөтә квитанцияларҙы ла һәйбәтләп әйләндергәс, ул сираттағы ҡағыҙҙы тартып сығарҙы һәм уны мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Денисоваға тапшырҙы.
- Зөлфиә Ғатауллина, - тип уҡып ишеттерҙе сираттағы иҫтәлекле бүләк отоусының фамилияһын Гөлназ Зөфәр ҡыҙы.
Йыйылыусыларҙың барыһының да һәм, тәү сиратта, «бүләк отоусының» ғәжәпләнеүен күрһәгеҙ икән. Шулай ҙа була икән, гәзит уҡыусының ҡулы үҙе өсөн еңел булып сыҡты. Һәм барыһы ла ғәҙел үтте. Быға йыйылыусылар үҙҙәре шаһит.
Һәм бына тағы ла район гәзитенән 11 иҫтәлекле бүләк отоусыларҙың фамилиялары. Бына улар - Ирина Ямалетдинова (район хакимиәте), Миләүшә Камалетдинова (үҙәк район дауаханаһы), Назим Рысаев (Пенсия фонды идаралығы), Радик Байрамғолов һәм Илшат Уразаев (Мостафа ауылы), Искәндәр Хәйруллин («Стәрлебаш һыу каналы» йәмғиәте), Фатима Ҡыҙрасова (Һарайҫа ауылы), Риф Ҡолмөхәмәтов һәм Марат Мөхәмәтйәров (Стәрлебаш ауылы), Наил Иҙрисов (Үрге Гөлөм ауылы), Ғәзим Бәширов (Ямғырсы ауылы). Уларҙы еңеүҙәре менән ҡотлап, бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ.
Сираттағы бүләктәр уйнатыу 5 июндә сәғәт унда үткәрелә.