Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Май 2019, 11:52

Шиғыр уҡыусылар конкурсы үтте

Мостай Кәрим - бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, яугир, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, бихисап хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, билдәле йәмәғәт эшмәкәре. Уның ижады башҡорт әҙәбиәтен һәм бөтә республиканы кәүҙәләндерә.

Район китапханаһында май уртаһында башланғыс кластар уҡыусылары өсөн шағырҙың тыуыуының 100 йыллығын билдәләүгә бағышланған «Бер быуатлыҡ ғүмер» тип аталған тасуири шиғыр уҡыусылар конкурсы үтте.

Конкурс утыҙға яҡын шиғыр уҡыусыны йыйҙы. Уларҙың һәр береһе нимә уҡыуын аңлауын һәм оҫталығын күрһәтте, бөтә күңеле менән лирик герой өсөн борсолдо. Бәлки, шуға күрәлер ҙә жюри ағзаларына - китапхана директоры Р.Й.Нәҙершинаға, Л.Р.Исмәғилеваға, М.Р.Ғәлиеваға еңеүселәрҙе һайлау еңел булмағандыр.

Кесе йәш төркөмө сығышы айырыуса тәьҫирләндергес булды - улар эскерһеҙ, тырыш. 1-2 класс уҡыусылары араһында «Поэзия» номинацияһында Рөстәм Нәзиров (Первомайский урта мәктәбе) һәм Аделия Латипова (Тәтер-Арыҫлан ауыл китапханаһы) беренсе урын яуланылар, икенсе урын - Румия Әсфәндийәровала (Первомайский урта мәктәбе), өсөнсө - Рәмил Ғәйнетдинов (2-се Стәрлебаш урта мәктәбе), Мария Чайко (Первомайский урта мәктәбе), Таисия Кондрашовала (Баҡый ауыл китапханаһы).

3-4 класс уҡыусылары араһында Юлиә Хәйбуллина беренсе урын яуланы, икенсе - Эвелина Батталовала (икеһе лә 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенән), өсөнсө - Азалия Ҡорбанова (Йәлембәт урта мәктәбе), Гөлшат Уразаева (Аллағыуат ауыл китапханаһы), Айгизә Рәжәпова (Түбәнге Аллағыуат дөйөм белем биреү мәктәбе), Дилә Аҡанаева (Йәлембәт ауыл мобель китапханаһы).

«Проза» номинацияһында беренсе урын Рузанна Шәйнуровала (Первомайский урта мәктәбе), икенсе - Алмаз Уймановта (Первомайский урта мәктәбе).

Башҡа шиғыр уҡыусылар конкурста ҡатнашыусы сертификаты алды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: