Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Май 2019, 11:33

Сәләмәт тормош модала

Хәҙерге заманда, тәмәке тартыу кешеләрҙең инвалид булып ҡалыуы, йә иһә ваҡытынан алда вафат булыу сәбәптәренең береһе. Йыл һайын тәмәкегә ҡаршы көрәш мәсьәләһенә арналған ике дата билдәләнә: 31 майҙа һәм ноябрҙең өсөнсө кесе йомаһында. Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө Халыҡ-ара онкологтар йәмғиәте башланғысы һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ярҙамы менән билдәләнә.

Бер тамсы никотин атты ла үлтерә тигән фекер йәшәй. Ҡайһы бер ғалимдар хатта бер атты ғына түгел, өсәүҙе йығырға мөмкин тип иҫәпләй. Кеше өсөн 50-100 миллиграмм - үлемесле доза. Көнөнә 20-25 тәмәке тартҡан кеше 30 йылда үҙенең үпкәһе аша 150-160 килограмм никотин үткәрә һәм бик аҙ дозала ҡабул иткәне өсөн генә үлмәй ҡала.

Тәмәке төтөнө күп ауырыуға сәбәпсе икәнлеге күптән асыҡланған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәтенән тәмәке тартыу менән бәйле сирҙәрҙән йыл һайын донъяла 4,9 миллион кеше вафат булыуы билдәле. Рәсәйҙә 300-400 мең кеше яҡты донъя менән хушлаша. Үпкә яман шеше тәмәке тартҡандарҙа 20 тапҡырға йышыраҡ осрай. Шулай уҡ тәмәкеселәр тартмағандарға ҡарағанда стенокардия, ашҡаҙан ауырыуҙарынан йышыраҡ яфалана.

Тәмәкеселәрҙең 90 процентын йәштән үк тарта башлағандар тәшкил итә. Америка ғалимдары асыҡлауынса, тап йәштән тарта башлағандар артабан тәмәкене ташлай алмай ыҙалана. Күптәр ташлауы еңел, тип уйлап яңылыша. Никотинға бәйлелектән бик һирәктәр генә арына ала.

Тәмәкегә ҡаршы көрәш бөтә донъяла алып барыла. 140 илдә тәмәке тартыуҙы сикләгән ҡанундар ҡабул ителгән. Ҡайһы бер илдәрҙә тәмәке тартмаған тотош кварталдар барлыҡҡа килде. Тәмәке тартҡандарҙы эшкә алмаған фирмалары булған илдәр ҙә бар.

Тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш Рәсәйҙә лә бара. «Тәмәке тартыуҙы сикләү тураһында» Федераль закон үҙ көсөнә ингәс, һуңғы социология тикшереүҙәр илдә тәмәкеселәр һаны кәмеүен күрһәтте. Мәҫәлән, 13-15 йәшлектәр араһында даими тәмәке тартҡандар һаны 2,5 тапҡырға кәмегән. Закон индерелгәнгә тиклем үҫмерҙәрҙең 27 проценты тартҡан, хәҙер бөтәһе 9%. Был күрһәткестәр үҫешкән илдәр кимәленә тура килә.

Тик һуңғы осорҙа электрон тәмәке кеүек яңы тартыу ҡорамалдары барлыҡҡа килеүе хәүеф тыуҙырҙы.

Тәмәкене йәштән тарта башлағандарҙа яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефе юғары. Мәҫәлән, 55-64 йәштәрҙә үпкә сире менән сирләү осрағы 25 йәштә тарта башлағандарға ҡарағанда, 15 йәштә башлаусыларҙа 3 тапҡырға йышыраҡ күҙәтелә.

Яман шеш хәүефе тәмәкесегә генә түгел, уның янындағыларға ла янай. Һуңғы йылдарҙа ирҙәре тартҡан ҡатындар үпкә яман шеше менән йышыраҡ сирләй. Япония мәғлүмәттәре буйынса, ире көнөнә 14-тән күберәк тәмәке тартҡан ҡатындарҙа үпкә яман шеше хәүефе дәүмәле - 1,4, 15-19 тәмәке тартһа - 1,6, 20-нән артыҡты тартҡанда 1,9ға тигеҙ.

Шулай итеп, эпидемиология һәм эксперименталь онкология өлкәһендәге тикшеренеүҙәр тәмәке кеше өсөн канцероген булыуын дәлилләне. Унан тыш, тәмәкесе үҙенең генә түгел, янындағы тартмаған кешеләрҙең дә һаулығына зыян килтереүен иҫендә тотһон ине. Тартмағандар араһында тәмәке көйрәтеү - бик йәмһеҙ, асоциаль күренеш. Тартмаған кешегә тәмәке төтөнөн һулау ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ ҡына түгел, һаулыҡ өсөн етди зыян.

Был насар ғәҙәттән баш тартыу өсөн бар көстө һалырға кәрәк. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, тәмәкене ташлау - яман шештән үлем осрағын 30-35 процентҡа ҡыҫҡартасаҡ. Бындай һөҙөмтәгә әлегә иң алдынғы һәм ҡиммәтле дауаланыу менән дә өлгәшеү мөмкин түгел.


Читайте нас: