Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Май 2019, 11:45

Иртәне күнекмәнән башлағыҙ!

«Зарядкаға теҙелергә» - тип яңғыраны шаршамбы көнө иртән район Мәҙәниәт йорто алдында. Бында эш көнөн физик күнекмәләрҙән башларға теләүсе хеҙмәт коллективтары вәкилдәре йыйылды.

Улар физик тотоштарын яҡшыртыу, кәйефтәрен күтәреп, көс-дәрт алыу өсөн бер нисә ауыр булмаған күнекмә яһаны. Йыйылыусылар райондың төп физкультурнигы Рөстәм Яруллиндың артынан хәрәкәттәрҙе берҙәм ҡабатланы. Ошонан алда ғына шундай файҙалы сараны район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрендә үткәргәйне.

Бындай иртәнге күнекмәләр «Халыҡ сәләмәтлеге көнө» республика акцияһы даирәһендә ойошторолдо.
Читайте нас: