Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Май 2019, 11:57

Был «йортта» барыһы ла кескәйҙәр өсөн

Хәҙерге тормошобоҙҙо балалар баҡсаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ата-әсәләр бында кескәйҙәрен килтереп, көн дауамында улар өсөн тыныс йөрөй ала, сөнки бында сабыйҙар иғтибарлы, изгелекле, аңлаусан һәм бер аҙ талапсан тәрбиәселәрҙең ҡарамағында.

4 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһы 2014 йылдың аҙағында ишектәрен ҡунаҡсыл асты. Бөгөнгө көндә был мәктәпкәсә учреждениеға 142 тәрбиәләнеүсе йөрөй. Көн дауамында балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре уларҙы хәстәрләп ҡарай, улар иһә кескәйҙәрҙе генә түгел, уларҙың ата-әсәләрен дә яҡшы белә, шуға күрә улар менән тиҙ уртаҡ тел таба.

Педагогтар һәм тәрбиәселәр ғәҙәти тәрбиә ысулдары менән сикләнеп ҡалмай, улар һәр саҡ белемдәрен камиллаштыра, заманса технологиялар һәм яңы программалар ҡуллана. Балаларға баҡсала уңайлы, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булһын өсөн улар һәр саҡ тырышып эшләй.

Тотош коллектив төрлө район һәм республика конкурстарында һәм ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Уҙған йылда, мәҫәлән, «Белем биреү ҡаҙаныштары» Бөтә Рәсәй конкурсында Диплом һәм сертификат менән бүләкләнгәндәр, ә ағымдағы йылда Айгөл Фәйзуллина «Йыл тәрбиәсеһе - 2019» конкурсында еңеүсе булған. Педагогтар һәм тәрбиәләнеүселәр үҙҙәре район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә концерт номерҙары менән даими сығыш яһай.

... Бөтә төркөмдәр һәм бүлмәләр ҙә фантазия менән зауыҡлы итеп биҙәлгән. Физкультура һәм музыка залдары, логопед һәм педагог-психолог (сенсор бүлмәһе) кабинеттары кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Уларҙың барыһы ла кескәйҙәр менән шөғөлләнгәндә әүҙем ҡулланыла.

Сенсор бүлмәһен айырыуса билдәләп үтке килә, бында «ҡоро бассейн», «балыҡтар» менән колба, «Фонтан», өҫтәл теннисы бар, бында төрлө уйындар үткәрелә. Занятие аҙағында - музыка менән релаксация үткәргәндә балалар ял итә һәм тыныслана.

Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре кескәйҙәр үҫһен һәм үҫешһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй. Унда үҙенсәлекле система, ул тәрбиә, туҡланыу, һауыҡтырыу һәм үҫеште тәьмин итә. Башҡа берәү ҙә бер юлы шул сама функция башҡара алмай. Һәм кескәйҙәргә бында бик оҡшай. Шуға ла улар көн һайын иртән-иртүк бында ашыға.

Кескәйҙәрҙең шат тауыштары, күтәренке кәйеф һәм изгелек менән һуғарылған иң күңелле байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотлап, балаларға һөйөү һәм ғаилә йылыһы биреп, уларҙың тормошо, белем һәм тәрбиә алыуы өсөн шарттар тыуҙырып, уларҙың тыуған еребеҙҙең ысын патриоттары булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ. Ә ата-әсәләргә балалар - ул тормош сәскәләре һәм уларҙы һаҡларға, наҙ һәм һөйөү өләшергә кәрәклеген иҫкәртке килә.
Читайте нас: