Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Май 2019, 11:47

«Балаларым - шатлығым», - ти Табылды ауылынан Асия Рәхимова

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Асияға өс йәш кенә була. Ибраҡай ауылынан 36 йәшлек атаһы Әхмәҙулла Рәжәповты тәүгеләрҙән булып Тыуған илде һаҡларға саҡырталар. Ҡатыны Зәкиә ике балаһы менән яңғыҙы ҡала.

Һуғыш йылдарында ҡулына ҡорал тота алғандарҙың бөтәһе лә фронтҡа алына. Ауылда ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр һәм ҡарт-ҡоро тороп ҡала. Аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрә, күптәр ауырый... Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ бирешмәй. Һуңғыһына тиклем көрәшә. Улар «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!» девизы менән йәшәй һәм фашистарҙы еребеҙҙән ҡыуа.

- Беҙгә йәшәүе ауыр була башлағас, әсәйем яғынан өләсәйем менән олатайым беҙҙе үҙҙәренә Табылдыға йәшәргә алып ҡайтты. Шулай итеп әсәйем, мин һәм йәш ярымлыҡ ҡустым Илгиз ошо ауылда йәшәй башланыҡ, - тип һөйләй Асия инәй. - Әсәйебеҙ «Жданов» колхозына эшкә урынлашты һәм өйгә лә ҡайта алмай ине. Ә беҙ өләсәйем менән олатайым эргәһендә булдыҡ.

1945 йыл Еңеү яулап, һалдаттар өйҙәренә ҡайта башлай.

- Беҙ ҙә атайыбыҙҙы көттөк. «Бына-бына ҡайтып инер ҙә, беҙҙе алып ҡайтып китер», тип уйланыҡ, ә ул ҡайтманы. Һуңынан белеүебеҙсә, ул башҡа ҡатынға өйләнгән, - тип һөйләй Асия инәй.

1946 йыл. Асия Табылды ете йыллыҡ мәктәбенә уҡырға бара.

- Башланғыс кластарҙа беҙҙе Ҡалҡаштан Мәрйәм апай, дүртенселә - Баҡыйҙан Фирҙәүес апай уҡытты, улар ире Ғәли ағай менән бында эшләргә килгәйне, ә директор Асҡаров булды. Мин «4» һәм «5» билдәләренә генә уҡыным, - тип хәтерләй ул.

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Асия Һарайҫа урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә.

- Беренсе сиректе уҡып бөткәс, өйгә каникулға ҡайттым. Тап шул ваҡытта беҙҙең һыйыр юғалғайны. Уны оҙаҡ эҙләнек, әммә тапманыҡ. Шул ҡайғынан артабан уҡыу теләге юғалды. Колхозға орлоҡ таҙартырға эшкә сыҡтым, йәйен һарыҡ көттөм, - тип дауам итте Асия инәй. - Кисен - клубта уйын-бейеүҙәр... Мөхәббәт көтмәгәндә килде. Бер ваҡыт Стәрлетамаҡ ҡалаһының һөнәрселек училищеһын тамамлаған Ринат Рәхимов менән таныштым. Ул йәйен комбайнда, ҡышын тракторҙа эшләй ине. Ауылда алдынғы хеҙмәтсән, коммунист, иң сибәр егеттәрҙең береһе ине. 1957 йылда туй үткәрҙек. Ринат бик тырыш, егәрле кеше, һәйбәт ир һәм атай булды. Ул бихисап Маҡтау грамоталары, дипломдар, «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәләре менән бүләкләнде.

Асия Әхмәҙулла ҡыҙы Райхан Дауытова, Маһира Вахитовалар менән бергә колхозда иң алдынғы сөгөлдөрсөләрҙең береһе була. Шул саҡта хеҙмәт хаҡына уларға 12 һум аҡса һәм 12 кг шәкәр бирәләр. Быға улар ихлас күңелдән һөйөнә.

... Артабан Асия Рәхимова һауынсы булып эшләй. Байтаҡ йылдар көнөнә бер нисә тапҡыр 14-15 һыйыр һауа. Шул йылдарҙа Райхана, Рима, Фәниә, Фатима, ферма мөдирҙәре Әнүәр Яхин һәм Үзбәк Баһауетдинов менән бергә эшләй.

- Балалар ишәйгәс, өй һалып сығырға кәрәк ине. Колхозда эштән һуң, буш ваҡытымда мамыҡ шәл бәйләнем. Йылына 20нән ашыуҙы бәйләгән саҡтар булды. Ринат көн-төн эшләне, ҡайһы саҡ хатта ике техникала бер юлы. Шулай итеп, ауылда беҙ тәүгеләрҙән булып ҙур ҡарағай йорт һалып сыҡтыҡ... Бер-бер артлы биш балабыҙ - Рәшиҙә, Рим, Зиләрә, Илһам һәм Илфаҡ донъяға килде. Бөгөнгө көндә минең һигеҙ ейәнем һәм өс бүләм бар, - ти Асия Әхмәҙулла ҡыҙы ғорурлыҡ менән. Ринат Рәхимов оҙайлы ауырыуҙан һуң 68 йәшендә гүр эйәһе була. Ирле-ҡатынлы Рәхимовтар 50 йыл бәхетле ғүмер кисерә. Быйыл Асия инәй 80 йәшлек юбилейын билдәләне.

- Балаларыбыҙға барыһы өсөн дә рәхмәт. Ринат менән беҙгә улар өсөн ҡыҙарырға тура килмәне. Улар - беҙҙең шатлығыбыҙ һәм терәгебеҙ. Барыһы ла лайыҡлы белем алып, ғаиләләре менән йәшәй. Рәшиҙә заводта эшләп, ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе, хәҙер иһә ике ейәненә үҙе өләсәй. Рим әлегә тиклем ферма мөдире һәм бригадир булып эшләй, уның улы һәм ейәне бар. Зиләрә Себерҙә - бухгалтер-экономист, бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй. Илһам тормош иптәше Физәлиә менән Республиканың атҡаҙанған артистары, Стәрлетамаҡ драма театрында эшләйҙәр, ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйҙәр. Илфаҡ механик булып эшләй, уҡытыусы булып эшләгән ҡатыны менән бер ул тәрбиәләйҙәр. Улар бергәләп атайҙарының нигеҙенә ҡайтып, һәр йәһәттән ярҙамлашалар. Мин иремдән, балаларымдан, ейән һәм бүләләремдән уңдым, - тип шатлығын йәшермәй үҙе әсәй, өләсәй һәм ҡарт өләсәй булған Асия Әхмәҙулла ҡыҙы...

Рәхимовтар ғаиләһе Табылды ауылында иң лайыҡлы ғаиләләрҙең береһе.


Читайте нас: