Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Май 2019, 11:54

Ашнаҡсы - кәрәкле һөнәр

Дүрт айға яҡын уҡыу артта ҡалды. Ә бөгөн уларҙа имтихан. Әммә башҡа уҡыу йорттары менән сағыштырғанда, бында билеттар юҡ. Улар урынына - төрлө-төрлө аш-һыуҙар: ҡыҙҙырылған өйрәк һәм тауыҡтар, торттар, ҡамыр аштары, салаттар. Уларға бер ҡараш һирпеү менән һоҡланыу һәм ошо тәмлекәстәрҙе ауыҙ итеп ҡарау теләге уяна. Сөнки имтиханды ашнаҡсылар тапшыра.

Беҙ улар тураһында уҡыу процесы барышында,үҙҙәренең авторлыҡ аш-һыуҙарын әҙерләгәндә яҙғайныҡ. Ә бөгөн урындағы халыҡты эш тәьмин итеү хеҙмәте ойошторған уҡыу артта ҡалды. Имтихан алыусылар - Өфө уҡыу үҙәгенең комплектлау буйынса менеджеры Светлана Ғабсаттарова һәм урындағы мәшғүллек хеҙмәте белгесе Иван Ефремовтың һорауҙарына аныҡ яуаптарға ҡарағанда, буласаҡ ашнаҡсыларҙы уҡытҡан Фазила Ғәсәнованың бөтә дәрестәрен уның уҡыусылары бишкә үҙләштергән. Улар араһында күп балалы әсәләр, өс ир-егет, пенсия алды йәштәгеләр һәм хатта хаҡлы ялда булған өләсәйҙәр ҙә бар. Зөһрә Харисова күптән түгел 55 йәшлек юбилейын билдәләгән һәм тормошто күргәнлектән, уны айырыуса нимәгәлер өйрәтергә кәрәкмәй кеүек.

- Иҫән булғанда уҡы ла уҡы, тиҙәр бит. Мин дә күп беләмдер тип уйлағайным. Улай түгел икән. Ресторанда өйҙәгегә ҡарағанда хатта тауыҡты ла башҡаса бүләләр икән. Шуға күрә рәхәтләнеп уҡыным. Йәштәр менән аралашыу бик оҡшаны. Беҙ, төрлө йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, үҙ-ара дуҫлаштыҡ. Улар һорауҙар бирергә оялмай. Өҫтәлде матур биҙәргә өйрәндем. Бер һүҙ менән әйткәндә, ашнаҡсыға уҡып, бөгөн ҡулыма рәсми документ алыуыма бик шатмын һәм ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Был документ менән тормошта рәхәтерәк буласаҡ, әлбиттә, - ти ул.

- Был беҙҙең ашнаҡсыларҙың юбилейлы сығарылышы. Уларҙы уҡыта башлауға 10 йыл үтте. Эшләй башлағанда төркөмдәр айырыуса ҙур була ине. Мәҫәлән, 2009 йылда 75 официант һәм 36 ашнаҡсы сығарҙыҡ. Артабан эшһеҙҙәрҙе парикмахерға, ҡарауылсыға, ауыл хужалығы белгестәренә һәм башҡа һөнәрҙәргә уҡыттыҡ, - тип билдәләне Иван Тихонович.

Ә Светлана Мәғҙән ҡыҙы, ашнаҡсыларға тантаналы шарттарҙа документтар тапшырып, уларға абруйлы урындарҙа эш табыуҙарын, үҙҙәренә кинәнес һәм шатлыҡ килтереүен, һәм әлбиттә, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, шулай уҡ урындағы мәшғүллек үҙәге яңы һөнәрҙәргә күсмә уҡытыу буйынса күптәргә шундай кәрәкле эште дауам итһен тип теләне.

Ашнаҡсы һөнәре - һәр ваҡыт һорау менән файҙалана. Уҡыуҙар тамамланыуға күптәрҙең эш табыуы быға асыҡ дәлил, ә Фәнүз Мифтахетдинов һәм Динара Байморатова преподавателдәре Фазила Әхмәтзыя ҡыҙы менән июнь айында Ленинград өлкәһендә үтәсәк Һабантуйҙа беҙҙең район һәм республиканан милли аш-һыуҙы күрһәтәсәк. Был ҡыҫҡа ваҡытта ашнаҡсыларҙы юғары кимәлдә әҙерләү тураһында һөйләй. Шуға күрә, күсмә уҡытыу кеүек изге эште мотлаҡ дауам итергә кәрәк.


Читайте нас: