Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Май 2019, 17:08

Селәндәр йылғаны үҙ итте

Ун йыл дауамында Табылды быуаһына аҡсарлаҡ, өйрәк кеүек төрлө ҡоштар, хатта аҡҡаштар ҙа килә ине. Быуа күптән инде юҡ, әммә ҡоштар йәнә яратҡан урындарына әйләнеп ҡайта.

Мәҫәлән, йыл һайын бында бер пар селән (цапля) осоп килә. Быйыл да йәнә ошонда урынлаштылар. Улар кешеләрҙән ҡурҡмай. Беҙҙең ауыл халҡы ла уларға теймәй һәм ҡурҡытмай. Һәм ҡоштарға бында оҡшай, күрәһең. Йәнәшәлә генә аҡҡан Ҡоро Күндерәк йылғаһында уларға аҙыҡҡа баҡалар һәм ваҡ балыҡтар етерлек. Селәндәр оя ҡорҙолар, оҙаҡламай бала сығарып, бында көҙгә тиклем буласаҡ. Ҡошсоҡтарын осорға өйрәтеп, улар менән йылы яҡтарға осоп китәсәк. Ә яҙын йәнә ҡайтып, тирә-яғыбыҙға йәм өҫтәрҙәр тип ышанабыҙ.

Тоғролоҡ

Мине һәм Табылды ауылы халҡының күбеһен Пушок исемле эттең тоғролоғо ғәжәпләндерә. Уның хужалары мәрхүм булғас, эт яңғыҙы ҡалды. Һәм бына ике йылдан ашыу ул хужаларының буш йорто эргәһендә йәшәй һәм уны һаҡлай. Тәүге айҙарҙа ул өй эргәһенән бөтөнләй китмәй ине тиерлек. Һуңынан ашарға эҙләп ниндәйҙер ваҡытҡа юғалып торһа ла, төнгөлөккә мотлаҡ кире ҡайта ине.

Әгәр кемдер уларҙың өйөнә яҡынлашһа, Пушок ҡаршыға йүгереп сығып, өрә башлай. Әгәр таныһа, йүгереп килеп, ҡойроҡ болғай, иркәләнә. Әгәр кешене танымаһа, Пушок өрөп, ырылдап, уны өйгә яҡын ебәрмәй.

Мин эттең мәрхүм хужаларына һәм өйөнә шул тиклем тоғро булғанына ғәжәпләнәм һәм һоҡланам. Ҡайһы саҡ Пушоктың көндөҙ ҙә, төнөн дә тауышы сыҡмай. Ҡайһы саҡ төнөн оҙаҡ итеп олой. Яҡын кешеләрен бик һағыналыр, күрәһең. Улар ҡайтыр ҙа, бөтәһе лә элеккесә булыр тип ышаналыр, моғайын. Бына шундай һөйөү һәм тоғролоҡҡа көнләшергә генә була. Ә, бәлки, шундай тоғро эткә хужа ла табылыр? Ул уға, ысынлап та, тоғро булыр ине.

Тәлғәт ИСМӘҒИЛЕВ,

Табылды ауылы старостаһы.
Читайте нас: